Пенсия Фонды мәғлүмәттәре буйынса, республикала 261 683 инвалид йәшәй. Әлбиттә, мөмкинлектәре сикләнгән яҡташтарыбыҙ ҙа үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа үҙ тауышын бирәсәк.
Бының өсөн һайлау участкаларын мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлы итеү йәһәтенән бихисап эштәр башҡарылған. Атап әйткәндә, бөгөн ишектәрен асҡан 3391 һайлау участкаһының 3 меңдән ашыуы беренсе ҡатта, 200-ҙән ашыуы – икенсе ҡатта урынлашҡан. Насар күргән һәм ишеткән граждандар өсөн улар күпләп йәшәгән урында алты махсуслаштырылған участка асылған.
3391 һайлау участкаһының 1627-һендә (һәр икенсеһендә) пандустар бар.