Ғилем эйәһенең әйткәне11.05.2012
- Аллаһы Тәғәләнән кеше өсөн иң кәрәкле ниндәй гүзәл сифаттарҙы һорарға, тип ҡыҙыҡһынған берәү бөйөк аҡыл эйәһе Әбүғәлисинанан.
Бары тик өс нәмә: һаулыҡ, дарман, хәүефһеҙлек һора, тип яуаплаған ул.
- Нимә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырға тейеш?
Эш.
- Йәш саҡта нимә менән шөғөлләнергә, ҡартайғас, нимә эшләргә?
Йәш саҡта — белем алыу, ә өлкәнәйгәс, уны ҡуллана белеү фарыз.
- Йәштәргә һәм ҡарттарға нимә килешә?
Йәштәргә — оялсанлыҡ һәм батырлыҡ, ә ҡарттарға аҡыл һәм тыйнаҡлыҡ килешә.
- Йән тыныслығы менән йәшәү өсөн ниндәй кешенән һаҡланырға кәрәк?
Ҡомһоҙ, ялағай кешенән.
- Ғәҙел тормош кешегә нимә бирә?
Ул тыйнаҡлыҡҡа һәм сабырлыҡҡа өндәй, дәғүәсел, бәйләнсек булмаҫҡа өйрәтә.


Вернуться назад