Хәйбулла районында бөгөн 60 һайлау участкаһы эшләй. Һайлау хоҡуҡтарын барлығы 312 һайлау комиссияһы ағзаһы тәьмин итә. Район буйынса бөтәһе 23 мең 865 һайлаусы иҫәпләнһә, шуның 231-е –тәүге тапҡыр тауыш бирә. Ә бына иң оло һайлаусыға 104 йәш. Ул — Өфө ауылында йәшәгән Евдокия Федоровна Жилякова.
Аҡъяр ауылының 3204-се һайлау участкаһында иң тәүгеләрҙән булып ошо көндәрҙә 90 йәшен билдәләгән Мөхәмәҙей Вәхитов килде. “Бер ваҡытта ла һайлауҙарҙы ҡалдырғаным юҡ. Иң лайыҡлыларға үҙ тауышымды бирҙем”, — ти олатай.