Һорауың булһа, шылтырат09.09.2018
БР Йәмәғәт палатаһының Колл-үҙәге 3 сентябрҙә үк сафҡа инде, 9 – 10 сентябрҙә “ҡыҙыу бәйләнеш” күп каналлы режимға күсерелде һәм тәүлек әйләнәһенә эшләй, тип әйткәйнек инде.

Колл-үҙәк етәксеһе Алла Воропаева әйтеүенсә, 9 сентябрҙә, иртәнге сәғәт 10-ға 8-800-347-2-102 күп каналлы телефонына 80-дән ашыу шылтыратыу булған. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе һайлау участкаларын асыҡлауға бәйле, шулай уҡ һайлау тәртибен аныҡ белергә теләүселәр ҙә бихисап. Бәғзеләр был телефонды көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләү өсөн дә файҙалана. Мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь тармаҡҡа бәйле проблемалар менән дә мөржәғәт итәләр. Алла Владимировна, был мөрәжәғәттәр ҙә иҫәпкә алына һәм мәғлүмәт тәғәйен ошо мәсьәләләргә ҡағылған ойошмаларға тапшырыласаҡ, тине.



Вернуться назад