Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында, генерал-майор, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылында ла һайлау участкаһы эшләй.
2316-сы һайлау участкаһында 700-ҙән ашыу һайлаусы теркәлгән, уларҙың барыһына ла һайлауҙарға саҡырыу тапшырылған, сараның үҙенсәлектәре менән таныштырыу эштәре үткәрелгән.
Ауыл аҡһаҡалы Әфҡәт Ниғмәтуллин әйтеүенсә, ул һәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша, 1952 йылдан алып гражданлыҡ бурысын атҡара.
– Ил киләсәге бәхетле булһын, балаларыбыҙ тотроҡло, тыныс дәүләттә йәшәһен тип теләгән һәр кеше һайлауға килергә тейеш. Киләсәгебеҙ — үҙҙебеҙҙең ҡулда, — ти хөрмәтле уҙаман.
Һайлау участкаһына тәүгеләрҙән булып оло йәштәгеләр килһә, көн дауамында йәштәр ҙә әүҙем ҡушыласаҡ, ти һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары.