Һайлаусылар исемлегендә — 3 миллион 50 мең 303 кеше09.09.2018
Республиканың барлыҡ участкаларында ла һайлау тотороҡло бара, Башҡортостан граждандары киләһе биш йылға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлай. Һайлаусылар исемлегенә 3 миллион 50 мең 303 кеше индерелгән.

Һайлауҙы 68 территориаль, 3426 участка һайлау комиссияһы, һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа ойошторолған 35 участка үткәрә.
Төбәк парламентына һайлауҙар биш йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Республикала йәшәүселәр БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 110 депутат һайлай. Уларҙың яртыһы – бер мандатлы округ, яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайлана.

Барлыҡ участкалар ҙа тауыш биреү өсөн нормативтарға ярашлы һайлау кабиналары һәм башҡа ҡоролмалар менән тәьмин ителгән.


Вернуться назад