Барығыҙҙы ла һайлау участкаларында көтәбеҙ!09.09.2018
Башҡортостанда иртәнге сәғәт 8-ҙә республиканың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау өсөн барлыҡ участкалар ҙа асылды. Һайлаусыларҙы 3426 һайлау участкаһында һәм һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа ойошторолған 35 участкала (дауалау учреждениеларында, шифаханаларҙа, тәфтиш изоляторҙарында, Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалында) көтәләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға барлығы 110 депутат һайларға тейешбеҙ. Әле депутатлыҡҡа партия исемлегенән бөтәһе 735 кандидат дәғүә итә, шул иҫәптән ЛДПР-ҙан – 113, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән – 113, “Йәшелдәр” экологик партияһы”нан – 106, КПРФ-тан – 100, “Берҙәм
Рәсәй”ҙән – 154, “Рәсәй патриоттары”нан – 149. Бер мандатлы округтар буйынса 385 кандидат теркәлгән, уларҙың алтыһы үҙ-үҙен тәҡдим иткән, ҡалған 281-е ун сәйәси партияға ҡарай. “Берҙәм Рәсәй” һәм ЛДПР партиялары 55 округтағы һайлауҙа ла ҡатнаша, “Рәсәй патриоттары” һәм
“Ғәҙел Рәсәй” – 51, КПРФ – 42, “Йәшелдәр” – 21, “Үҫеш партияһы” һәм “Рәсәй ветерандар партияһы” – ике, “Эш партияһы” һәм “Ватан һаҡсылары” бер округ буйынса ҡатнашырға йөрьәт иткән.

Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау менән бер рәттән, 21 ҡалала һәм ауылда урындағы үҙидара органдарына ла депутатар һайланасаҡ.


Вернуться назад