Файҙалы кәңәштәр11.05.2012
Алюмин фольганы ташламағыҙ
Уны өйҙө, фатирҙы ремонтлағанда файҙаланырға мөмкин. Ишек-тәҙрә тотҡалары эш мәлендә бысранмаһын, буялмаһын тиһәгеҙ, фольга менән урап ҡуйығыҙ. Унан воронка ла эшләп була, тик әсе шыйыҡса, әйбер өсөн ҡулланыу урынһыҙ, сөнки ағыулы матдәләр бүленеп сығыуы ихтимал.
Зеленканан нисек ҡотолорға?
Уны тиҙ генә йыуып бөтөрөп булмай. Йәшел тапты, ғәҙәттә, медицина һәм лимон спирты, араҡы, водород перекисы шыйыҡсаһы, хатта спиртҡа лимон тамсылары өҫтәп тә таҙарталар.
Еңелсә юлдары, алымдары ла бар. Буялған урынға ҡуйы крем (балалар кремы ла ярай) һөртәләр һәм бер аҙҙан һабынлы һыу менән йыуалар.
Линолеум таҙа булһын тиһәгеҙ...
Шуны онотмағыҙ: линолеум һелтә һәм кислотанан ҡурҡа, шуға уны таҙартҡанда, йыуғанда сода, нашатыр спирты, кислотаһы булған химик ҡушылмалар ҡулланыу урынһыҙ.
Иң һәйбәте — йылымыс һыу менән йыуыу. Әгәр уны һәйбәтерәк таҙартырға теләһәгеҙ, тоҙһоҙ бешерелгән картуф һыуын ҡулланырға була.
Асыҡ төҫлө линолеумдағы аяҡ кейеме эҙҙәренән дә бер нисә юл менән арынып була:
— ябай юйма менән һөртөп алыу;
— ҙурыраҡ ҡара һыҙыҡтарҙы йыуыу әйберҙәре файҙаланып, губка менән һөртөп сығыу. Ауыр алыныусан таптарҙан скипидарлы йәки бензинлы сепрәк ярҙамында арынырға була. Иң һәйбәте — ваҡланған аҡбурҙы органик иреткестәр менән еүешләп таҙартыу.
Ҡалған цементты нисек һаҡларға?
Цемент һауанан дымды һәм углевод диоксинды ныҡ тарта, һөҙөмтәлә файҙаланыуға яраҡһыҙ хәлгә килә. Шуға ла етештереүселәр уны полиэтилен һәм ҡағыҙ ҡапсыҡтарға тултырып һата. Тик оҙаҡ һаҡлағанда барыбер уның сифаты насарая, һөҙөмтәлә нисек һаҡларға тигән һорау килеп баҫа.
Ҡалған цементты һаҡлау артыҡ ҡатмарлы эш түгел. Төҙөлөштән артып ҡалған цемент ҡапсыҡтарын ике-өс ҡат клеенка менән ныҡлап төрөргә, ел уйнап тормаған ҡоро бинала һаҡларға кәрәк. Төрлө маркалы цементты ҡушыу, бергә бутау тыйыла. Ошолай һеҙ тауарҙың һаҡланышын алты – һигеҙ айҙан алып йыл ярым — ике йылға тиклем оҙайта алаһығыҙ.