Ишембай районы ауылдары “Ҡала мөхите” партия проектына ҡушылды. Быйыл төбәкте төҙөкләндереүгә федераль һәм урындағы ҡаҙнанан 23 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде.
Төп объекттарҙың береһе – Ишембай ҡалаһының Стаханов урамындағы аллея. Бында бордюрҙар, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйылды, яҡтыртҡыстар яңыртылды, тротуар плитәһе һалынды, ағас ултыртылды, М. Ғафуриға һәйкәл асылды. Быйыл шулай уҡ Тыныслыҡ урамынан Мичурин урамына тиклемге ерҙе төҙөкләндереү күҙаллана. Ошо маҡсатта федераль һәм республика бюджетынан алты миллион һум аҡса бүленде.
Ишембай ҡалаһынан тыш проектта Кинйәбулат, Ишәй, Әхмәр, Петровский һәм Яңы Әптек ауылдары ҡатнаша. Мәҫәлән, Ишәй ауыл биләмәһендә ике социаль объект территорияһы төҙөкләндерелә. Урындағы мәҙәниәт йорто эргәһендә бордюрҙар алмаштырыла, йәйәүлеләр өсөн юлға асфальт түшәлә.