Юғары эш хаҡына дәғүә итәләр07.09.2018
Башҡортостандағы резюме базаһына анализ яһаған HeadHunter эксперттары урындағы ҡайһы юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың иң ҙур хеҙмәт хаҡына дәғүә итеүен асыҡланы.
Күренеүенсә, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағандар иң юғары эш хаҡын көтә. Улар айына уртаса 59 мең һум алыуға иҫәп тота. Икенсе урында – Башҡорт дәүләт медицина университетының элекке студенттары. Улар айына уртаса 53 мең һум хеҙмәт хаҡы алырға теләй. Өсөнсө урынды Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлағандар биләй. Улар айына уртаса 46,9 мең һумға дәғүә итә. Өфө дәүләт авиация техник университетында белем алғандар – 44,6 мең һумға, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары 40 мең һумға иҫәп тота.
Тәүге тиҫтәгә шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс институтының Өфө филиалы, Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһы, БДУ, БДПУ һәм Плеханов исемендәге Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетының Өфө институты (филиалы)
студенттары ингән. Улар айына 32,6-39,4 мең һум хеҙмәт хаҡы алырға ниәтләй.