Холҡоңдоң көслө яғын беләһеңме?11.05.2012
Йәшерен һәләттәрегеҙҙе асыҡларға теләһәгеҙ, түбәндәге һорауҙарға яуап бирегеҙ.

1. Эш урының яу яланына оҡшаш. Быға нисек ҡарайһың?
А) тәртипкә килтерәм (3 мәрәй);
Б) Иғтибар итмәйем (2 мәрәй);
В) Хеҙмәттәштәремдән ярҙам һорайым (1 мәрәй).

2. Дуҫтарығыҙ менән нисек ял итеүҙе хуп күрәһегеҙ?
А) һөйләшеп ултырыуҙы, аралашыуҙы (2 мәрәй);
Б) кафеға барып ултырыуҙы (1 мәрәй);
В) Тәбиғәткә сығып, байрам итеүҙе (3 мәрәй).

3. Аҡсаң булһа,
А) хыялдағы йортоңдо һалыр инең (2 мәрәй);
Б) донъя тирәләй сәйәхәткә сығыр инең (1 мәрәй);
В) берәй файҙалы эшкә тотонор инең (3 мәрәй).

4. Ошо һөнәрҙәрҙең ҡайһыһы һинең өсөн иң мауыҡтырғысы?
А) инженер (1 мәрәй);
Б) модельер (2 мәрәй);
В) сәйәхәтсе (3 мәрәй).

5. Ниндәй сифатты иң насары тип иҫәпләйһең?
А) рәхимһеҙлек (1 мәрәй);
Б) эгоизм (3 мәрәй);
В) мыжыҡлыҡ (2 мәрәй).

6. Ял көнө ямғыр яуа, нимә эшләйһегеҙ?
А) йоҡлайым (3 мәрәй);
Б) телефондан һөйләшәм (1 мәрәй);
В) өй эштәре менән булам (2 мәрәй).

6 — 9 мәрәй
Һеҙҙең иң көслө һыҙатығыҙ — ул аралашыусанлыҡ. Һәр саҡ кеше араһында булыуҙан, яңы танышлыҡтан ләззәт алаһығыҙ. Дуҫтарығыҙ бик күп, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәйһегеҙ.

10 — 14 мәрәй
Яңынан-яңы үҙенсәлекле уй-ниәттәр башығыҙҙа тыуып ҡына тора. Байрам ойоштороу, бүләкте үҙ ҡулығыҙ менән эшләү һеҙҙең өсөн ҡыйын түгел. Яҡындарығыҙға күңел йылыһын йәлләмәйһегеҙ.

15 — 18 мәрәй
Һеҙҙе кешеләрҙең күпселеге өсөн ят булған хәл-ваҡиғалар ылыҡтыра. Хатта иң ҡатмарлы мәсьәләне лә хәл итеү юлын мотлаҡ табаһығыҙ. Ҡыйынлыҡтарҙы еңеү — һеҙҙең төп һыҙат.


Вернуться назад