Күптәр иртәнге намаҙҙы иң ауыры тип һанай. Ә йоҡонан ваҡытында уяныу физик һәм рухи ныҡлыҡ талап итә. Иң мөһиме — иртәнге ғибәҙәттең биш намаҙ араһында айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген оноторға ярамай.
“Намаҙҙы көндөҙҙән ҡараңғы төнгә ҡәҙәр (өйлә, икенде, аҡшам, йәстү) ҡыл, ә Ҡөрьәнде таңда, шаһиттар (фәрештәләр) янында уҡы”, – тиелә изге китапта. Тимәк, иртәнсәк әҙәм балаһы яңғыҙ булмай, уның доғаларын тыңлаусылар бар.
“Ике йөҙлөләр иртәнге һәм төнгө намаҙҙарҙы уҡыуҙан ситләшергә тырышалыр, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Әгәр ошо сәбәпле нимә юғалтҡанын белһәләр, ғибәҙәт ҡылырға тубыҡланып булһа ла килерҙәр ине”. Эйе, иртәнге намаҙҙы уҡымау Аллаһ Тәғәләнең ярҙамынан мәхрүм ҡалыуға килтерә. Ошолай булмаһын өсөн ныҡлы әҙерлек кәрәк.
* Физик әҙерлек. Йоҡлар алдынан бүлмәне елләтеү һәм йәстүҙән һуң ваҡытында йоҡларға ятыу зарур. Сәғәттең уятҡысын ҡуйырға онотмаҫҡа кәрәк.
* Аҡыл әҙерлеге. Иртәнге намаҙҙың ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлеген, уны ҡалдырырға ярамағанлығын аңға һеңдереп йоҡларға ятыу кәңәш ителә.
“Тағы ла бер-ике минут ҡына ятам да...” тигән уйҙың алдатҡыс икәнлеген тағы ла бер хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Күҙ алдына килтерегеҙ: иртәнсәк самолетҡа өлгөрөргә йә эш буйынса ҡайҙалыр барырға тура килһә, берәү ҙә ләззәтләнеп йоҡлап ятмаясаҡ, мотлаҡ уянасаҡ. Был, әлбиттә, тәү сиратта теләккә бәйле. Ошонан сығып, әҙәм балаһының иртәнге намаҙҙы ҡалдырыуын аҡлап булмай: әгәр ул таңдан тормай икән, тимәк, әҙерлеге лә шул саҡлы. Үҙ-үҙеңде тәрбиәләү, хаталарыңды төҙәтергә өйрәнеү Исламда юғары ғәмәлдәрҙән һанала.