Үҙ һүҙеңде әйт07.09.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай – Башҡортостан дәүләт власының юғары һәм берҙән-бер закондар сығарыу органы. Кеше-ара, ил-ара мөнәсәбәттәрҙә элек-электән тәртип, ҡағиҙә мөһим урын алып торған. Хатта боронғо ҡәбиләләрҙең дә үҙ ҡанундары булған. Айырым ҡағиҙәләр хөкөм һөрмәгән ерҙә, мәғлүм ки, буталыш, айырымланыу башлана.

Бөгөнгө дәүләт ҡануниәтендә тәү сиратта кешенең мәнфәғәте ҡайғыртыла, уның йәшәү, тормош көтөү, эшләү, ғаилә ҡороу, белем алыу һәм башҡа йәһәттән хоҡуҡтары һаҡлана һәм яҡлана. Унда халҡыбыҙҙың меңәр йыл дауамында быуындан быуынға тапшырыла килгән рухи-әхлаҡи, дини ҡағиҙәләренең дә сағылышын күрәбеҙ. Был беҙгә асылыбыҙҙы, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлау юлын аса. Ҡануниәттә бирелгән хоҡуҡтарҙы теүәл, дөрөҫ файҙаланыу изге ниәт-маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерә.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө”, – тигән икән, төбәгебеҙҙең һәр яҡлап үҫеше, именлеге өсөн ҙур бурыс тойоп йәшәргә һәм эшләргә тейешбеҙ. Ҡануниәттең үтәлеүе бәрәкәтендә илдәге тәртип тә үлсәүҙә барасаҡ. Тимәк, һайлауҙа ҡатнашып, дөйөм изге маҡсаттарҙың тормошҡа ашыуына өлөш индерә алаһың. Саранан ситтә ҡалыу иһә – үҙеңә лә, башҡаларға ҡарата ла битарафлыҡ билдәһе. Дәүләт менән диндең нығыраҡ яҡынайыуын теләйбеҙ икән, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға, өлгө күрһәтеп алдан йөрөргә, киләсәкте хәстәрләргә тейешбеҙ.

Рәсүл-Әкрам саллал-лаһу ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Әгәр ҙә ки бергәләп юлға сығаһығыҙ икән, үҙ-ара кәңәшләшеп, берегеҙҙе етәксе итеп ҡуйығыҙ”, – тигән. Ҡануниәт органында ла ошондай тәғәйен кешеләр булырға тейеш. Мәнфәғәттәрҙе ҡайғыртыусыға, юл күрһәтеүсегә күп нәмә бәйле. Ул аҡыллы, әхлаҡлы, хаҡ фекерле икән, дөйөм изге маҡсаттар тормошҡа ашыр, йәмғиәт бер ҡорға тупланыр, аңлашылмаусанлыҡ кәмер. Тимәк, һәр кемгә һайлауҙа үҙ һүҙен әйтеү, саранан ситтә ҡалмау зарур. “Изге ниәттә ҡылынған ғәмәл – хаҡ юлға табан аҙым”, тиелә хәҙистә.


Вернуться назад