Һәргәй ауылы мәсете халыҡты нығыраҡ яҡынайтты
1440 һижри йыл алдынан Һәргәй ауылында күптән көтөлгән ваҡиға булды – “Фатиха” мәсете асылды. Сарала урындағы халыҡ ҡына түгел, ҡырҙан килгәндәр ҙә күпләп ҡатнашты.
Оҙаҡ йылдар күрешмәгәндәр осрашып ҡыуанды, хәл-әхүәл белеште, ихлас аралашты. Бынан бер нисә йыл элек һыу аҫтында ҡалған Кинйәбай ауылында ҡасандыр йәшәүселәр ҙә килгән ине, сөнки ул Һәргәйгә яҡын булған, халыҡ бер-береһен яҡшы белгән. Күршеләренең шатлығын иштуғандар менән һыртландар ҙа ихлас уртаҡлашты. Һәр ҡайһыһы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы, мәрхүмдәр рухына хәйер һалды.
Тантаналы сарала Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинов, уның ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Таһир Ғизәтуллин, Мәләүез районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Сәйфетдинов һәм башҡалар ҡатнашты. Урындағы имам-мөхтәсиб Морат хәҙрәт Ишбаев мәсет төҙөүгә өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Иманлы ерҙән бәрәкәт китмәҫ, тигән боронғолар. Изге йорттан аҙан тауыштары һәр ваҡыт ишетелеп торһон, халыҡ уға илткән юлға саң ҡундырмаһын, бында намаҙҙар даими уҡылһын, сабыйҙарға исем ҡушылһын, йәштәргә никах үткәрелһен, мәрхүмдәр рухына доғалар ҡылынһын, хаҡ юлға баҫҡандар артҡандан-арта барһын, иншаллаһ.