Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем! Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл кәрәк!07.09.2018
Лиза Әғәҙуллина... Был исем хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң билдәле. Эйе, һүҙем Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы тураһында. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡулынан юғары награда алған, йылдың-йылы тиҫтәләрсә олимпиада еңеүсеһе әҙерләгән уҡытыусы хаҡында булыр. Уның уҡыусыларын һанап, исемлеккә теҙеп тормайым. Кәрәге, бәлки, барҙыр, әммә исемлек гәзит битен тултырыуы ихтимал, тинем, сөнки Лиза Ҡыям ҡыҙы тураһындағы китапта тотош бүлектәр тәрбиәләнеүселәренә бағышланған. Интернет селтәрендә “Лиза Әғәҙуллинаның изгелек дәресе” видеояҙмаһын ҡарап, мин дә уға дәрес алырға барҙым. Һабаҡтарҙы әңгәмә итеп ҡороп, гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәм.

– Үҙегеҙ үҫкән мөхитте һүрәтләһәгеҙ ине, Лиза Ҡыям ҡыҙы?

– Беҙҙең атайҙар, өлкән быуын туғандар Зәйнулла ишанда уҡыған. Атайым Мөхәмәтдинов Ҡыяметдин Мөхәмәт улы дин әһеле менән аралашып йәшәгән. Ул хатта ишандың тәүге улының исемен үҙенең беренсе балаһына ҡушҡан – Ғәбдерәүеф ине ағайым. Атайым – ике һуғыш үтеп иҫән ҡайтҡан кеше. Әсәйем Фәриҙә Исхаҡ ҡыҙы мине 49 йәшендә тапҡан. Сығышы менән Дыуан районының Өлкөндө ауылынан. Атайым Ҡөрьәнде яттан белде, доғалары менән бик күптәргә ярҙам итте. Хәйер бирә башлаһалар, күп биргәнде үҙ итмәне: “Хәйерҙе күпләп өләшмәйҙәр, ул дөрөҫ булмай. Кеше нәфсеһен тыйырға тейеш, күберәк хәйер биреүең һинең теләгең тиҙерәк йәки мотлаҡ ҡабул була тигәнде аңлатмай”, – тиер ине. Хәйер биргән кешегә яртыһын кире ҡайтарыр булды. Мин уның кеүек зыялыны белмәйем дә, унда тәбиғәттән һалынған тәрән мәҙәнилек, әҙәп бар ине. Беҙҙе ул: “Рәхмәт яуғырҙары!” – тип кенә үҫтерҙе, яратты, әрләшә белмәй ине. Әсәйегеҙгә әйтәм, тиер ине ныҡ шаярышып, тыңлашмай башлаһаҡ. Ә әсәйем талапсан булды, һәр ерҙә тәртип, һәр эштең ваҡытында башҡарылыуын талап итте.

Бала сағымда беҙҙең йорт бер ҡунаҡхана кеүек хәтерҙә ҡалған. Бөтә үткенселәр, сәфәрҙәгеләр, мосафирҙар беҙҙә туҡталыр ине. Атай менән әсәй уларҙы ҡарап, ашатып, тәрбиәләп ебәрер булды. Ҡайһы берҙәре мунса ла инеп китә торғайны, сөнки урамда беҙҙә генә мунса бар ине. Мин ғәзиз кешеләремдән яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа, изгелеккә өйрәндем, үҙем күреп үҫкәс, шулай булырға тейеш тип йәшәнем. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сайтында “Добрый урок Лизы Агадуллиной” тигән видеоматериал бар. Ана шул изгелек дәрестәрен дә мин тәүҙә атай-әсәйемдән алдым. Донъяла бөтә ғәмәл изгелеккә бәйле. Беҙ, кешеләр, бер-беребеҙгә мәрхәмәтле, инсафлы булырға тейешбеҙ. Әҙәм балаһын аҡыл ғына түгел, ә миһырбанлы йөрәк кеше итә.

– Бөгөн йәмғиәттә изгелек төшөнсә­һенә урын бармы? Был хаҡта беҙгә ни тиклем йышыраҡ телгә алырға кәрәк?

– Бар, әлбиттә. Изгелек ҡылам тигән кеше эшләр урынын, кешеһен дә табыр, сөнки ул яҡшылыҡ күрһәтәм тип тә башҡармай бит инде уны. Ә был хаҡта беҙгә йышыраҡ телгә алыу ғына түгел, күберәк игелек ҡылыу менән шөғөлләнергә кәрәк. Бигерәк тә бөгөн. Хәҙер радио, телевидение аша был хаҡта бик һирәк һөйләйҙәр, күберәк кешеләрҙе шаҡ ҡатыра, хәүефкә һала торған нәмәләр тураһында тылҡыйҙар. Ә бит донъя матур, донъя шул тиклем гүзәл! Бары тик уның ана шул яҡшылыҡ тигән яғына ғына баҫырға кәрәк. Атай-әсәйемдән һеңдергән изгелек төшөнсәһен мин һәр дәресемә кергәндә үҙем менән бергә алып инәм.

Әсәйемдең йомартлығына тағы бер миҫал килтерәм. Тирә-йүндә ул кендек әбейе булараҡ та билдәле ине. Һөлөк һалды, балаға уҙа алмағандан бала ла таптырҙы: бына шундай бер халыҡ табибы ине. Ул бер көн Ҡыйғы районы буйлап сығып китә, ике-өс көн үткәс, уны бөтөнләй икенсе яҡтан, Дыуан тарафтарынан килтереп ҡуялар ине. Кешеләрҙе дауалап, бәпестәрҙе ҡабул итеп ҡайтып төшөр ине. Йөҙ йәшенә етеп, үҙ аҡылында, матур булып яҡты донъя менән хушлашты. Үҙе бер хикмәт һөйләһәң. Бер мәл уны ун бер балалы кешеләргә сабый ҡабул итергә алып киттеләр.

Үҙ ауылыбыҙҙа булһа ла, әсәй көнө буйы ҡайтманы. Аптырап бөттөк. Кис ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып керҙе. Тегеләрҙең бала төрөргә сепрәге булмағас, ул үҙенең күлдәк итәген ҡырҡып бәпесте биләгән. Мунсалағы күлдәген һорап алып, шуны килтереп биреүҙе үтенде. Күп тә үтмәне, берәүҙәр уға күлдәк бүләк итеп китте. Бына шулай кешегә ярҙам итһә, шунда уҡ үҙенә икенсе яҡтан килеп керә ине. Хатта күршеләге ҡатындар: “Фәриҙәгә әллә ҡайҙарҙан әллә ниндәй татлы ризыҡтар, затлы кейемдәр үҙҙәре килеп тора ул!” – ти торғайны. Шундай мәрхәмәтле булды атай-әсәйем. Шуға күрә үҙебеҙ ҙә кешеләргә яҡшылыҡ эшләүҙе бурыс тип ҡабул иттек.

Минең ирем ғүмер буйы банкта эшләне. Уны хатта республиканың баш банкиры итеп тә ҡуйырға теләгәйнеләр, әммә ул баш тартты. Үҙем дә ғүмер буйы ике эштә, ҡайһы саҡ өс урында эшләгән саҡтарым булды. Ә бер ҡасан да аҡса туплап, мал йыйманым. Киреһенсә, беҙҙең өйҙәге мөхит тә, ҡулланған әйберҙәр ҙә бик ябай. Бар өҫтөнә әйбер йыйманыҡ, кәрәген генә алдыҡ, әммә балаларға, студенттарға ярҙам итергә тырыштыҡ. Бөтә туғандар, яҡындар беҙҙә булды. Иптәшем дә үҙемә оҡшаған кеше булып сыҡты. Йәш ваҡытта һәр саҡ: “Их, ирем һүгенмәгән, эсмәгән, йомарт һәм йомшаҡ күңелле кеше булһын ине!” – тип теләй торғайным. Тап шундай тура килде. Беҙ кешеләр менән аралашып йәшәүҙән, уларға ярҙам итеүҙән үҙебеҙ ҙур ҡәнәғәтлек кисерә инек. Ял көндәрендә һәр ваҡыт бушлай эшләнем, быны минән бер кем дә талап та итмәне, һораманы ла, үҙем, күңелем ҡушыуы буйынса башҡарҙым был ғәмәлде.

Йәкшәмбе иртүк тороп өйҙәге мәшәҡәттәрҙе теүәлләйем дә магазин асылғансы шунда барып торам. Ике сумкаға ризыҡтар тултырып алам, 42-се мәктәпкә юлланам. Класс тулы ике мәктәптән килгән бала. Ял көндәрендә балалар менән шөғөлләнәбеҙ, сәй эсеп алабыҙ, ашайбыҙ.

Уҡыусыларыма китапты үҙем алып тарата инем, ата-әсәләргә мәшәҡәт һалғаным булманы. Өйҙәге китапханамды ла балалар ҡарамағына тәҡдим иткәйнем. Улар миңә фатирға килә, үҙҙәренә кәрәкле китапты ала, бына шул рәүешле мәктәп программаһы буйынса түгел, ә шәхси автор программам буйынса уҡыттым мин уларҙы. Аҙаҡ ҙур китапханамды Республика башҡорт лицей-интернатына бүләк иттем. Балаларҙы төрлө республика, Рәсәй олимпиадаларына шулай әҙерләнем. Беренсе этаптан ауырып ҡайтһам, ирем банкты бикләй ҙә икенсе этапҡа балаларҙы тейәп сығып китә. Ул мине эшемдә ныҡ ҡеүәтләне. Йәне йәннәттә булһын! Ныҡ йомшаҡ күңелле, ярҙамсыл кеше ине. Ҡартайған әсәйем менән дә уртаҡ тел табып, эштән ҡайтҡас, уны саҡырып алып, яңынан сәй эсереп, һөйләшеп, аяҡтарына тиклем йыуып ятҡырыр ине. Әсәйемә булған мөнәсәбәте өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен уға.

1959 йылдан бирле мәктәптә эшләйем, әммә ҡулыма хеҙмәт кенәгәһен алғаным юҡ әле. Һаман да сафта ҡалам, сөнки химия фәнен тәрәндән өйрәнергә, был өлкәлә асыш, яңылыҡ эшләргә теләгән балалар бар. Балаларға белем биреп кенә ҡалмай, уларҙың күңел донъяһын да тәрбиәләргә бурыслы уҡытыусы. Был хаҡта ил Президентына ла әйттем.

– Әйткәндәй, Владимир Владимирович менән ниҙәр хаҡында һөйләштегеҙ?

– Ул мине бик йылы ҡабул итте. Байтаҡ һорау бирҙем. Ҡайһы берҙәренә аныҡ яуап бирҙе, икенселәренә көтөргә ҡушты. Бөгөн мине иң борсоған мәсьәлә – ул уҡытыусының абруйы. Беҙгә уҡытыусының элекке абруйын ҡайтарыу, был һөнәрҙең асылын йәш быуынға аңлатыу өсөн күп эшләргә кәрәк.

Йәнә лә ҙур теләгем – Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл ҡуйыу. Бөтә ерҙә бар уға һәйкәлдәр, ә беҙҙә юҡ. Төрлө һөнәр эйәләренә ҡуйылған, хатта урам һепереүсегә лә һәйкәл бар. Шуға күрә ошо ниәтемде Владимир Владимировичҡа ла әйттем. Ул хупланы. Өфөлә генә түгел, Мәскәүҙә лә ҡуйырға кәрәк, тине. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов бер осрашҡанда Путиндың Хәмитовҡа уҡытыусыға һәйкәл ҡуйырға кәрәклеге хаҡында әйтеүен белдерҙе. Беҙҙә нимәлер эшләргә йыйыналар, үҙем иҫән саҡта күрә алһам ярар ине, тим. Спорт һарайы эргәһендә матур ғына аллея бар, ана шунда ҡуйһалар, бигерәк тә яҡшы булыр ине. Унда яҡында ғына 47-се, 31-се мәктәптәр, балалар баҡсалары ла бар, кеше лә күп йөрөй. Шуға күрә был тәҡдимемде лә иҫәпкә алһалар, моғайын, дөрөҫ булыр ине. Беренсе уҡытыусыға һәйкәл булырға тейеш Өфөлә!

Мәскәүгә мин бер бәләкәй генә ҡатын булып барып еткәйнем, ҡанатланып ҡайтып киттем. Сығышымды барыһы ла оҡшатты, бөтәһе лә йылы һүҙҙәрен әйтеп, арҡамдан ҡағып ҡына торҙолар. Космонавтар, билдәле шәхестәр килеп: “Беҙгә лә һеҙҙең кеүек уҡытыусылар кәрәк ине!” – тинеләр.

Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы исемен миңә Мәскәү дәүләт университетының химия факультеты хәстәрләне, сөнки унда бик күп уҡыусыларым белем алды, әле лә уҡый. “Лиза Ҡыямовна балаларҙы уҡырға, белем алырға өйрәтә!” – тинеләр. Дәрестәремә байрамға барған кеүек барам. Уҡыусыларҙы һәм сәскәләрҙе яратам! Шул тиклем дәрес бирергә, балалар менән аралашыуҙы үҙ итәм. Дәрестәремде һағынам! Хәҙер дәрес үткәрмәйем, әммә олимпиадаларға әҙерләйем. Уҡыусым, йылдың-йылы призерҙар әҙерләгән Айнур Ғүмәров эшемде дауам итә.

Ғүмер буйы мәғариф өлкәһендә, мәктәптә эшләһәм дә, “нагрузка”ны күп алманым, сөнки эшемде һөҙөмтә өсөн башҡарҙым. Репетитор булып бер ҡасан да аҡса алманым, сөнки мине аҡса ҡоло итеп тәрбиәләмәнеләр. Аҡса кереп тора, сығып тора, йөкмәтке булырға тейеш кешелә. Бик бай, юғары вазифа биләгән кешеләр миңә балаларын алып килә, ҙур аҡсалар тәҡдим итәләр, әммә мин баш тартам. Әле бер нимә лә эшләмәйенсә нисек аҡса тураһында һүҙ алып барырға мөмкин? Был – бер. Икенсенән, әгәр ул бала белемде үҙләштереп, юғары һөҙөмтә күрһәтә икән, бына ошо бит инде уның хаҡы, баһаһы!

– Һеҙ үҫкәндәге балалар менән бөгөнгөләре араһында айырма бармы?

– Ер менән Күк араһы тиһәм, бөгөнгө балаларға һүҙ тейҙергән кеүек була. Ә мин улай тип әйтмәйем, сөнки шундай талантлы, үҙенсәлекле фекер йөрөткән, уңған балалар бар. Шул уҡ ваҡытта хәҙер балалар ҡаты бәғерле, улар араһында уҡытыусыны һанламаусылар ҙа юҡ түгел. Ҡайһы берҙәре сәскә бүләк итеүҙең ни икәнен дә белмәй. Телевизорҙан хатта уҡытыусыға ҡул күтәргән, яман һүҙҙәр әйткән балаларҙы күрһәтәләр. Был бит ҡот осҡос күренеш! Әгәр беҙ уҡытыусы һөнәренә мөнәсәбәтте үҙгәртмәһәк, киләсәктә беҙҙе фажиғәләр көтөүе ихтимал.

Ә бит беҙҙең быуын, уҡытыусы ашаймы икән, тип уйлай инек. 25 йыл эшләһә, уға Ленин ордены бирәләр ине. Уҡытыусыға шул тиклем ихтирам ҙур ине. Биш йыл һайын эш хаҡын арттыралар ине. Уҡытыусы бит киләсәкте, йәмғиәттең тыуыр йылдарын тәрбиәләй. Башҡа һөнәрҙәрҙән айырмалы, уның эше көнөндә һөҙөмтә бирмәй, әммә орлоҡтары – киләсәктә шаулар ағас ул.

Йөкләмә алмай эшләүемдең сәбәбе – талантлы балаларға иғтибар ҡалмай. Ә мин эшләй башлағандан алып бер йылда ла уҡыусыларым Бөтә Рәсәй олимпиа­даһында призер булмай ҡалғаны юҡ. Ике мәктәп балалары менән эшләнем. Бына ошо мөхиткә сумдым да сыға алманым, яҡшы мәғәнәлә.
– Иң шәп уҡыусыларым тип кемдәрҙе атай алыр инегеҙ?

– Улар күп бит. Һанай башлаһам, ваҡыт етмәҫ, исемлек менән ҡағыҙ бите тулыр. Йәнә лә берәйһен әйтмәһәм, үпкәләп ҡуйырҙар. Иң яҡшыһы – береһен дә исемләп атамау. Минең хаҡта китап сыҡҡайны, шуны күргәнең бармы икән? Ана унда бөтә мәғлүмәтте тупларға тырышҡандар. Кәрәк тип тапһаң, бәлки, үҙең атап китерһең.

Уҡытыусылар конференцияһында элек Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим иҫ китмәле итеп сығыш яһай торғайны. Хәҙер ана шундай фекерҙәр, ялҡынлы телмәрҙәр етмәй. Отчеттарға, уҡытыусыларҙы битәрләүгә генә ҡалдырырға ярамай.

– Һеҙҙе Саранскиға ла уҡытырға саҡырғандар, тип яҙҙылар?
– Эйе, мине Саранск ҡалаһы ла, Ҡазан да үҙенә саҡырҙы, әммә яҙмышым ошо ер менән, үҙебеҙҙәге талантлы балалар менән бәйле. Саранск олимпиадаға саҡырып, барыбер ике егетебеҙҙе үҙендә алып ҡалды инде. Унда улар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, Мордва Рес­публикаһының данын яҡлап, халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеү яулап йөрөй. Юлдары асыҡ булһын инде балаҡайҙарҙың.
– Талантлы балаларҙы нисек табып алаһығыҙ?

– Минең үҙ методикам бар. Коррекция кластарынан да, полицияла иҫәптә торғандар араһынан да табып алам мин уларҙы. Әсәйем кешеләрҙең күңелен уҡый ине, ана шул һәләте миңә лә күскән. Бер күҙ ҡарашынан кешенең кемлеген тойоп, аңлап торам. Бер нисә һорау бирәм дә шунда уҡ үҙем өсөн кәрәк мәғлүмәт алам. Талантлы балалар шунда уҡ асылып бармай, бик ипле булалар, ғәҙәттә. Улар барыбер берәй ерҙә үҙен күрһәтәсәк тип көтөргә кәрәкмәй, ярҙам итеү мотлаҡ.

Күпме ана шундай фәнде алға әйҙәр балалар тап уҡытыусының иғтибары етмәү арҡаһында үҫмәй ҡала. Алда әйткәнемсә, уҡытыусы – ул белем биреүсе генә түгел, ә шәхес үҫтереүсе. Мао Цзэдун һәр саҡ: “Миңә етәксе, юлбашсы тип әйтмәгеҙ, мин – уҡытыусы!” – тип әйтергә яратҡан. Был һүҙҙәр һәр эштең башында педагог тороуын аңлата.

Беҙ – уҡытыусының абруйын таныған, уны баһалаған дәүер балалары, шуға күрә киң мәғлүмәт сараларында уҡытыусыны тәнҡитләп, уның эшен юҡҡа сығарыуға арналған нәмәләр күреп ҡалһам, йөрәгем әрней. Беҙ ҡайҙа барабыҙ был юл менән, тип һорағы килә. Владимир Владимировичҡа ошо хаҡта бик күп фекерҙәремде әйттем, ил башлыҡтары был һөнәр эйәләрен күтәрергә, киләсәкте тәрбиәләүселәрҙең абруйын кире ҡайтарырға бурыслы. Мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр уҡытыусының иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтте. Ҡанундар, ҡағыҙҙар, үҙ-ара мөнәсәбәттәр алғы планға сыҡты, ә бала күңеле, уның рухы, белем артҡа күсте. Был бик ҡурҡыныс күренеш. Беҙ бит тере кешеләр! Уҡытыусыны бер ниндәй машина ла алыштыра алмай.

– Изгелек дәрестәре тураһында әйттегеҙ. Ә бит һеҙ химия уҡытыусыһы. Был һеҙгә шулай уҡ ҡандан бирелгәнме?

– Эйе, атай-әсәйемдән күскәндер, тим. Мин ғаиләлә етенсе бала. Беҙ үҫкән ваҡытта мөхит тә башҡа ине. Кешеләрҙең иң яман тигәнен дә оялтып, яҡшы юлға баҫтырып була ине. Телевидение журналисы Зөлфиә Рәхмәтуллинаға һәр ваҡыт әйтәм: “Әйҙәгеҙ, яҡшылыҡ хаҡында тапшырыу эшләйек!” – тим. Аллаһ насип итһә, эшләрбеҙ әле.

Ғаиләлә иң мөһиме – тәрбиә. Тәрбиәле бала уҡый ҙа белә, үҙен яҡшы итеп тота ла. Кеше донъяға тәғәйен яҙмыш менән тыуа, тиҙәр. Әммә һалынған энергияны, көстө яҡшылыҡҡа ла бороп ебәрергә була бит. Мин бер ҡатынды беләм, ул ете бала тәрбиәләп үҫтергән, ә үҙе ҡарттар йортонда вафат булған. Бына шундай ғибрәтле хәлдәр ҙә етерлек ул донъяла, балаларға ошо хаҡта ла һөйләргә тейеш уҡытыусы. Ул фәнен генә түгел, тормоштоң үҙен дә аңлатырға бурыслы балаларға. Бына нисек инде юлыңда осраған балаға үҙең белгәндәреңде фәһем итеп һөйләмәйһең, ти?!. Һөйләргә, миҫалдар аша аңлатырға кәрәк. Бер ҡолағынан керә, икенсеһенән сыға, тиһәләр ҙә ҡайһы бер балалар тураһында, улай түгел. Бала үҙенә кәрәген алып, һеңдереп тора ул. Бары тик үҙенә ышан­ғандарын, үҙен яратҡандарын тойорға тейеш.

Минең тәжрибәм хәҙер бит ҙур. Китап яҙырлыҡ ҡына. Ҡаты бәғерле балалар ҙа була. Бына уларҙың күңелен йомшартырға кәрәк. Ә тирә-йүндәге кешеләр һинең балаңдың күңелен уйлап торамы?.. Юҡ, әлбиттә, ҡандан килгән булһа ҡаты бәғерлелек тойғоһо, уны баланан алып ташлауы бик ауыр. Айырым бер кеше ул баланы тәрбиәләргә, өйрәтергә, тик яҡшылыҡ хаҡында ғына аңғартырға тейеш була. Ә был мөмкинме һуң? Ата-әсә ваҡытында иғтибар итһә, мөмкиндер, ә ғаиләлә балалар күп булһа... Ана теге ҡатындыҡы кеүек етәү булһа? Был осраҡта аяныслы хәл көтөп тороуы көн кеүек асыҡ. Ғалимдар гендарҙың, ҡандан бирелгән һыҙаттарҙың көсө хаҡында юҡҡа яҙмай, күрәһең.

Йәнә лә мәктәптәге тәрбиәне кире ҡайтарырға кәрәк! Баланы әрләргә лә, ҡыйырһытырға ла ярамай, ә яйлап ҡына аңлатыу, теләгәнеңде һеңдереү мөһим. Ҡайһы бер уҡытыусы дәрес темаһын таҡтаға яҙа ла китаптан уҡырға ҡуша. Ә бит төрлө бала була. Кемдер китаптан уҡып аңлай, икенсе берәү төшөнмәй, өсөнсөгә был эш бөтөнләй ҡатмарлы. Белем алыу китаптан уҡып аңлай торған булһа, мәктәптәр бөтөнләй кәрәкмәҫ ине. Уҡытыусы үҙенең белгәнен баланың күңеленә һала, үҙенең энергетикаһын файҙаланып, балала шул фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Белергә тырышмаған балалар бик-бик һирәк була. Уҡытыусынан тора бик күп нәмә. Йәнә лә, алда әйткәнемсә, балаларҙы яратырға кәрәк. Мин уларҙы күрмәйенсә бер көн дә тора алмай инем. Балалар менән аралашыуҙан, уларға ниндәйҙер яңылыҡ асыуҙан, уларҙы белемле итеүҙән ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә инем. Әле лә шулай. Минең бер балам да репетиторға йөрөмәне, барам тиһәләр, миңә бик оят булыр. Уҡытыу­сымын тигән уҡытыусы үҙ фәнен дәрестә биреп бөтә бит ул. Хатта бер танышым аптырап: “Мин дәрестә бушҡа һөйләгәнде, дәрестән һуң аҡсаға һөйләйем. Ата-әсәләргә әйтеп ҡарайым, юҡ, беҙгә өҫтәмә дәрес кәрәк тип талап итәләр!” – тине. Хәҙер бөтә бала репетиторға йөрөй. Иҫ китмәле бит! Уҡытыусы килем хаҡында уйларға тейеш түгел. Уның төп маҡсаты – балаға белем биреү!

– Һеҙгә “Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемде коллегаларығыҙ берләшеп, юллап алып биргән, тинеләр? Шул дөрөҫмө?

– Шулайыраҡ булды шул (көлә – авт.). Бер ҡасан да награда артынан ҡыуманым, миңә шуны бирегеҙ, быны бирегеҙ, тимәнем. Бары тик балаларға белем бирергә, олимпиадаларға еңеүсе әҙерләргә тырыштым. 55 йәшем тулыр алдынан эштәге ҡатын-ҡыҙ йыйылышып, бер нимәһеҙ ҡалаһың бит, һинең кеүек талантлы балалар әҙерләүсе Башҡортостанда түгел, Рәсәйҙә һирәк тип, шуны юлланылар. Улар нимә әйтте, шуны һөйләйем. Коллегаларым эшемде бик яратты. Ҡайһы бер кешеләрҙе, киреһенсә, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре яратмай бит, был яҡлап та Аллаһ мине ҙурланы: уҡытыусылар мине күтәреп алды. Ҡулдарынан килде бит!

– Тәүге наградағыҙ ҡайһы уҡыу­сығыҙҙың уңышы менән бәйле ине?

– Мин быны асыҡ хәтерләйем. 1970 йылда Фәрит Нуров исемле уҡыусымдың уңышы өсөн миңә юбилей миҙалы тапшырҙылар. Хәҙер ул 60 йәштән уҙҙы инде.

– Һеҙҙе һоҡландырған уҡытыусы кем?

– Хәнифә Сираж ҡыҙы Искәндәрова. Иҫ китмәле уҡытыусы. 90 йәш булыуына ҡарамаҫтан, уның хәтере яҡшы. Заманында төпкөл ауылдарҙан сыҡҡан, ата-әсәһе әллә ни етеш йәшәмәгән балаларға уҡырға инергә ярҙам итте бит ул. Ә үҙе нисек уҡытты! Ундай остаздар һирәк була. Хәнифә Сиражевна Мәсәғүт менән Кропачево араһында юлдар һалыуға ла өлгәште. Халыҡ уҡытыусыһына депутат булырға ла яҙҙы, уның ҡулынан тик изгелек орлоҡтары сәселде. Ул бит СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы.

Йәнә лә үҙемдең уҡытыусыларым шәп ине. Изида Алексеевна Алексеева беҙҙе химиянан уҡытты. Ул тәрбиәләне лә инде ошо фәнгә һөйөүҙе. Бөрө ҡалаһына һөргөнгә ебәрелгән уҡытыусылар белем бирҙе беҙгә. Вәт, исмаһам, уларҙа мәҙәнилек юғары ине! Уны һүҙ менән генә аңлатып булмай. Улар ҙа ятаҡта йәшәне, беҙ ҙә. Уҡытыусыларыбыҙҙан үҙебеҙҙе нисек тоторға, кейенергә, хатта атларға, һөйләшергә өйрәндек. Емельян Владимирович Белоногов та яҡшы тәрбиә бирҙе. Әле булһа улар тыуҙырған мөхитте, мәҙәни атмосфераны һағынам!
Атай-әсәйем – иң тәүге уҡы­тыу­сыларым! Бала сағым, ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан, яҡты хәтирәләргә бай.

– Тағы берәйһен иҫкә төшөрәһегеҙме әллә?

– Бала саҡта мине мандолинала уйнарға өйрәттеләр. Оҫтарып киттем бер мәл. Шунан мине әйҙә ауылдан-ауылға уйнарға йөрөтәләр. Кейем юҡ, шуға тунға төрөп, ат санаһына һалалар ҙа, әйҙә, алып китәләр. Бәләкәй баланы ултырғысҡа баҫтырып, мандолинала уйнаталар. Кемдер шунда уның эсенә аҡса һала. Иртәнгә аҡ аҡсаларымды алып бөтәләр, һарылары тороп ҡала. Шулай бала саҡта мандолинала ла уйнап йөрөнөм әле мин.
Ылаҡлы тигән ауыл беҙгә әллә ни яҡын түгел, шунда аслыҡтан туғандарыбыҙ үлгән. Шуны ишетеп, өләсәйем төндә барып, балаларын үлемдән алып ҡалды, ашарҙарына илтте. Беҙҙең халыҡта элек етемдәр ҙә булмаған бит, сөнки туғандары яҡты донъянан китһә, уларҙың балаларын иҫән туғандары үҙҙәренә алған. Бөгөн ил буйынса балалар йорттары асылғанда, мин һәр саҡ шул үткән мәлдәрҙе иҫкә төшөрәм.

– Үкенестәрегеҙ бармы?

– Барҙыр инде, уны кешегә яр һалып һөйләп ултырыу ҙа килешмәҫ бит (уйлана-авт.). Шулай ҙа бер ҙур үкенесем ҡалды, ул да булһа – балалар йортонан бала алманым. Ғүмер буйы балалар араһында эшләп, шуны уйламағанмын, аҙаҡ үҙебеҙҙекеләр ҙурайҙы, олимпиадалар йышайған, ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәгәнмен. Һөҙөмтәлә өлкәнәйеп кителде. Был хаҡта бер әйткәнем юҡ ине, ярай инде...
Бер мәл ҡапыл ауырып киттем, тиҙ арала онкооперация яһарға тейештәр ине. Иремә башта өндәшмәгәйнем. Ул ҡағыҙҙарҙы табып уҡыған да, тромб шартлап, ҡулымда үлеп китте. Ә иртәгә миңә операцияға. Бына шундай хәлдәр ҙә була донъяла. Хәҙер һәр саҡ йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрәм дә, ниңә генә балалар йортонан бер бала алманым икән, тим, бөгөн ул миңә иптәш булыр ине...

– Атайығыҙ Зәйнулла ишандың мөрите булған. Мулла. Ә балаларығыҙ араһында дин юлынан киткәндәр бармы?

– Әлбиттә. Барыбыҙҙы ла аптыратып, ейәнем Асҡар иман ҡабул итеп, ураҙа тота башланы, намаҙ уҡый. Белеме буйынса – иҡтисадсы. Ҡыҙым әйтә: “Һин әйттеңме уға?”– тип, юҡ, әлбиттә, бына нисектер Аллаһтың бирмеше инде. Бала тотто ла үҙе дингә килде, беҙҙе лә өйрәтә башланы. Зәйнулла ишандың уҡыусыһы булған атайымдың доғалары йоғонтоһо ла барҙыр. Беҙҙең өйҙә иң абруйлы кеше Зәйнулла ишан ине. Һәр иртәлә мин атай менән әсәйҙең уның хаҡында әңгәмәләшкәндәрен ишетеп уянып китә инем. Кемдер хәҙер килеп үҙе өсөн уны аса, был бик һәйбәт, ә беҙҙең өсөн ул ғаилә ағзаһы кеүек булды.

Быйыл ҡустыларым һәм апайым Зәйнулла Рәсүлев уҡыуҙарында ҡатнашып, Троицкиҙағы сараларҙың шаһиты булып йөрөп ҡайтты.
– Шундай көслө мулланың ҡыҙына Күктәр үҙ хикмәтен күрһәткәне булғандыр, моғайын?

– Күп булды минең менән ундай хәлдәр. Бер мәл шулай кәйефһеҙләнеп, операциянан һуң урамда йөрөп ятам. Шул килеш поездар йөрөгән ергә, урам араһына барып сыҡҡанмын. Кире ҡайтам тиһәм, юлым юҡ. Поезд юлы бар, ә кеше һалған һуҡмаҡ та, бер ни ҙә юҡ. Баҙап ҡалдым. Мин юғалғанымды аңланым, ҡараңғы төштө. Кешеләр ошолай юҡҡа сыҡҡанын аңланым. Ҡайтырға, бында аҙашып, туңып үлергә яҙмаһын, ҡош-ҡортҡа эләгеп ҡуймайым, тип уйлайым.

Шул саҡ тегеләй-былай ҡараһам, бер эҙ күҙгә салынды. Иң ҡыҙығы – ул алға ла һуҙылмаған, артымда ла юҡ. Нисектер алдымда ғына яйлап һыҙылып бара. Бына шулай ниндәйҙер хикмәт менән кире ҡалаға килеп мендем. Нисек барып төшкәнмен унда, бер нәмә лә хәтерләмәйем. Әммә һуҡмаҡ мине ҙур юлға, өйөмә алып ҡайтты. Тормошта ла шулай – ниәт итһәң, Аллаһ Тәғәлә барыбер юлын күрһәтә ул!..


Вернуться назад