“Күңелдәрҙе үҙенә тартыр билдә – кешенең яҡшы холҡо менән яҡты ғәҙәтелер”.
Ризаитдин Фәхретдин.
Шундай яҡты кешеләр була: һине бер күреүҙә үҙенә ылыҡтырып, йөрәккә үтеп инерлек йомшаҡ һүҙе, алсаҡлығы, мөләйемлеге менән күңелеңде тиҙ генә арбап алалар. Ниндәй генә сетерекле, ҡыйын хәлдә лә улар кешелә үҙ-үҙенә ышаныс тойғоһо һалырға тырыша. Мәҡәләм геройы Рәмилә Рафаил ҡыҙы Билалова тап ана шундай заттарҙан. Ул – бөтә булмышын, һәләтен халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған, ихтирамға лайыҡ булған кеше. Яңы Байрамғол, Һөйәрғол, Ҡәйепҡол, Муса ауылдары халҡы уны хөрмәт итеп “беҙҙең Рәмиләбеҙ” тип кенә йөрөтә.
Кешелеклелек сифаттары ҡайҙан килә?
Муса ауылының медпунктында ололарҙың: “Ҡыҙым, ҙур рәхмәт, һау ғына бул инде! Һин һау булһаң, беҙ ҙә ауырымаҫбыҙ, оҙаҡ йәшәрбеҙ!” – тип, күңелдәре булып, рәхмәттәр әйтеп сығып киткәндәренә, әллә нисә ауылдашын үлем тырнағынан ҡотҡарып алып ҡалғанына шаһит булғаным бар.
Рәмилә Билалова 1968 йылда Рәшиҙә апай менән Рафаил ағайҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәмиләгә тулы ғаиләлә атай һөйөүен, наҙын күреп үҫергә яҙмай. Уға ни бары бер генә йәш булғанда, атаһы мәрхүм булып ҡуя. Әсәһе Рәшиҙә апай атайлы балалар эргәһендә үҙҙәрен етем, кәм итеп тоймаһындар өсөн ҡыҙҙарын тәрбиәләүгә бар көсөн һала. Үҙем етемлектән, тормоштоң ауырлығынан уҡып белем ала алманым тип, нисек булһа ла балаларын уҡытырға тырыша.
Рәмилә, Яңы Байрамғол урта мәктәбендә һигеҙенсе класты уңышлы тамамлағандан һуң, Белорет медицина училищеһына уҡырға инеп, фельдшер һөнәрен үҙләштерә. Йәш белгес хеҙмәт юлын Миндәк ҡасабаһында башлай. Шунда яҙмыш уны ғүмерлек йәре Сибәғәт Билалов менән осраштыра. Йәштәр, сәстәрен сәскә бәйләп, матур итеп тормош ҡороп ебәрә.
Йәш саҡ йөрәк ашҡынып, талпынып, күңел ҡанатланып, ҡайҙалыр әйҙәп, саҡырып торған мәл инде. Рәмилә менән Сибәғәт Ҡаҙағстандың Ҡарағанда ҡалаһына китә. Сибәғәт водитель булып урынлаша, Рәмилә район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. 1990 йылда мөхәббәт емеше – өлкән ҡыҙҙары Әлиә донъяға килә. Сит яҡтар серле донъя һымаҡ үҙенә әйҙәп, тартып торһа ла, тыуған тупраҡ һағындыра шул.
1994 йылда Билаловтар ғаиләһе йәнтөйәктәренә кире ҡайтып төшә. Рәмилә Яңы Байрамғолда – фельдшер, Сибәғәт “Байрамғол” совхозында шофер булып эшкә урынлаша. Йәштәр Ҡәйепҡол ауылында матур итеп йорт һалып сыға. 1995 йылда был татыу ғаиләнең мөхәббәтле донъяларына йәм өҫтәп Алина исемле ҡыҙ бала ауаз һала.
2010 йылда Муса ауылында асылған медпунктҡа Рәмилә мөдир итеп тәғәйенләнә. Тормош иптәше Сибәғәт Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында, Хәйбулла районының “Йәштәр” карьерында хеҙмәт итә. Әле ул вахта ысулы менән Себер яҡтарында эшләп йөрөй.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй. Ҡыҙҙары ла ата-әсәһенә оҡшап тырыш, эшһөйәр булып үҫә. Әлиә Өфөлә һөнәри колледжды тамамлай. Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһында йәшәй. Тормош юлдашы Евгений менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Алина Силәбе ҡалаһындағы Көньяҡ Урал дәүләт университетының экология факультетына уҡырға инә. Бер үк ваҡытта хәрби элемтәсе һөнәрен үҙләштерә, төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Рәмилә менән Сибәғәт – хәстәрлекле атай менән әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөклө олатаһы менән өләсәһе. Уларҙың ғаиләһе Ҡәйепҡол ауылында өлгөлөләрҙән һанала.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тигән боронғолар. Ауылдаштары Рәмилә Рафаил ҡыҙын ауыл советына депутат итеп һайланы. Гөл-сәскәнең хуш еҫле булыуы – тамырының ниндәй ерҙән һут алыуынан. Ҡайҙан килә Рәмиләгә кешеләргә ҡарата оло ихтирам, кешелеклелек, кеселеклелек сифаттары?
Өләсәһе Факиһа инәй ҙә үҙ ғүмерендә күпте күргән, тормоштоң ауырлығын иңендә татыған изге күңелле кеше ине. Үҙем был ауылға килен булып төшкәндә үткәрелгән мәжлестәрҙең береһендә ҡушъ- яулыҡ ябынған Байрамғол әбейҙәре ҡумыҙҙа уйнап, биҙрә сиртеп, таҡмаҡлап теләктәрен әйтеп бейеп йөрөгәндәре әле лә күҙ алдымда тора. Факиһа инәй: “Күп итеп балалар үҫтереп, ҡушағаң менән ҡуша ҡартай, беҙҙеке һымаҡ сәстәрең ап-аҡ, тештәрең һап-һары булһын”, — тигәйне. Мин күңелемдән генә “тештәрең һап-һары булһын” тигәнен оҡшатмай торҙом. Тәүге баламдың ҡыҙ булырын да алдан әйткәйне.
Донъяла ни әсе?
Факиһа инәй 1925 йылда Яңы Байрамғол ауылы егете Шаһизатов Мөхәмәткә тормошҡа сығып, ҡайныһы, ҡәйнәһе, Мөхәмәтйән ҡайнағаһынан, уның ҡыҙы Сажиҙә бикәсенән торған ҙур, татыу ғаиләгә килен булып төшә. Йәштәр колхоз эшендә әүҙем ҡатнаша. Мөхәмәттең ойоштороу һәләтен күреп, бригадир итеп һайлап ҡуялар. Күлдең йәме ҡама менән, өйҙөң йәме бала менән, ти. Был татыу ғаиләгә ҡот өҫтәп, өй күрке, йорт биҙәге булып, бер-бер артлы Ғаяз, Әхмәт, Тәнзилә, Рәшиҙә, Мөршиҙә исемле балалар тыуа.
Бөйөк Ватан һуғышы афәттәре был ғаиләне лә урап үтмәй. 1942 йылда Мөхәмәт бабай ил һаҡларға яуға китә. Ҡайныһы, ҡәйнәһе, ҡайнағаһы, уның ҡыҙы, үҙенең биш балаһы Факиһа инәйҙең ҡулында ҡала. Мөхәмәт бабай Сталинград һуғышында ҡатнаша, ҡаты яраланып, 1943 йылда тыуған ауылына ҡайтып төшә. 1944 йылда кесе улдары Урал тыуа. Бер аҙ яралары уңалғас, Мөхәмәт бабайҙы келәт мөдире итеп эшкә ҡушалар.
1945 йылда олоғайған Йыһангир Мифтахов бабайҙы төндә иген менән Миәскә ебәрергә булалар. Мөхәмәт бабай, оло кешене төнөн бер үҙен анау хәтлем йыраҡ ергә иген менән сығарып ебәреүҙе хилафлыҡ һанап, түрәләр менән һүҙгә килә. Дәүләткә иген тапшырыуға аяҡ салалар, тигән яла яғып, Мөхәмәт бабайҙы, тағы Фәйзрахман, Сөләймән бабайҙарҙы ике йылға төрмәгә ебәрәләр. Төрмәлә ултырып, ҡайтырына ай ярым ҡалғас, 1947 йылда Мөхәмәт бабай үлеп ҡала. Сталинград һуғышынан, ҡайнап торған ут эсенән иҫән ҡайтып, ошаҡ арҡаһында төрмәгә эләгеп, балаларын етем ҡалдырып һәләк булыуы бигерәк аяныслы.
Ошаҡтар, нахаҡтар кемдәрҙең генә башын юйманы икән был фани донъяларҙа... Алты баланы Факиһа инәй үҙ тырышлығы менән үҫтерә. Быуындары ла ҡатмаған улдары, ҡыҙҙары ун-ун бер йәштән үк колхозда эшләй, баҫыуҙы утауға, фермаға һарыҡ бәрәстәрен ҡарашырға йөрөй башлай. 1946 йылда һуғыштан ҡайтҡан Мәүлитбай бабай (Мөхәмәттең бер туған ҡустыһы) тәүге ҡатынын айырып, икенсегә өйләнгәс, уның ҡатыны – Факиһа инәйҙең килендәше Фаиза инәй Рәйсәһе, бәләкәс кенә Рәсимәһе менән ошо ғаиләгә килеп һыйына.
Шулай итеп, бәләкәй генә ике бүлмәле өйҙә ун ике кеше татыу ғына йәшәп китә. Һәр кис һайын йыйылып, береһе йөн тетә, икенсеһе бәйләй, ололары бешеренә, төтәнәк шәм эргәһендә балалар китап-журнал уҡып ултыра. “Ас-яланғас булһаҡ та, тауышланып йәшәгәнебеҙҙе хәтерләмәйем. Бөтә күрше-күләндең балалары ла беҙҙә була торғайны”, – ти Рәшиҙә апай.
Юҡҡа ғына атай үлеүҙе арҡа һыныуға тиңләмәйҙәр шул. “Донъяла ни әсе? Етемлек әсеһе – иң әсе”, – тигән боронғолар. Балалар “тюремщик балалары” исемен күтәреп, ҡыйырһытылып үҫә. Мәктәпкә уҡырға төшкәс тә, ашханала ашарға бирмәй ҡаңғырталар. Ярай әле Сажиҙә апайҙары етенсе класты бөткәс, сельпола бухгалтер булып эшләй башлай, өҙөккә ялғау тигәндәй, ҙур ғаиләгә бер ни тиклем ярҙам була. 1950 йылда мәктәп коллективы, ауыл советы Рәшиҙә менән Мөршиҙәне Сермән балалар йортона ебәрергә документ әҙерләгән була. Был татыу ғаилә ағзалары, бергә ултырып кәңәшләшеп, балалар бер-береһен күрә алмай, һағынып, зарланышып йөрөрҙәр, ауыр булһа ла, ни күрһәк тә бергә күрербеҙ, тигән ҡарарға килеп, ҡыҙҙарҙы балалар йортона ебәрмәй алып ҡала.
Күңеле даръялай киң ине
1953 йылдан тормош әҙерәк яйға һалынғандай була. Ул йылы шул тиклем иген уңа. Ауылдың үҙендә тирмән була, он һалдырып, икмәккә туйып ҡалалар. Балалар ҙа бер-бер артлы үҫеп етеп, үҙ ояларын ҡора. Мәүлитбай бабайҙың ҡыҙы Рәйсә апай педучилищены тамамлап, Иҫтамғолға эшкә урынлаша, инәһе менән Рәсимә һеңлеһен үҙенең эргәһенә ала. Сабыр холоҡло, күңеле даръялай киң Факиһа инәй Шаһизатова ғүмере буйы балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, туғандарының ҡурсалаусыһы булды. Әйткәндәй, уның Әхмәт улының ҡатыны – килене Ғакифә еңгәнең һандыҡ төбөндә ауыр ваҡыттарҙа терәк-таяныс булған, балаларын үҫтерешеп, аяҡҡа баҫтырышҡан Факиһа инәйҙең яҡты иҫтәлегенә бағышлап яҙған шиғырҙары ла һаҡланған.
Тәмле генә итеп ҡәйнәм
Йыуасалар, бәлеш бешерә.
Балаларым өләсәйем тиеп,
Ҡәйнәм ҡосағына йүгерә.
Йомшаҡ йөндән ойоҡбаштар бәйләй,
Гөл-сәскәләп һырый юрғандар.
Ҡәйнәләргә лә йылы һүҙҙәр кәрәк,
Улар ҙа бит килен булғандар.
Ҡәйнәм, иткән изгелектәреңә
Әҙ булыр ул мең-мең рәхмәт тә.
Әсәйемде алыштырған ҡәйнәм,
Йәнкәйҙәрең булһын йәннәттә.
Быуындан быуынға күскән сифаттар
Мәҡәлә башында бәйән ителгән Рәмиләнең әсәһе Рәшиҙә апай (Факиһа инәйҙең ҡыҙы) 1956 йылда Наурыҙҙа һигеҙ класты тамамлай. Өҫтөнә кейергә кейеме булмау сәбәпле, артабан уҡыуын дауам итә алмай. Ул йылдарҙа трахоманың ныҡ таралған сағы. Күп кенә ҡыҙҙарҙы Учалыла асылған ике айлыҡ медсестралар курсында уҡытып алалар. Рәшиҙә апай ҙа шунда уҡып, “трахоматоз шәфҡәт туташы” тигән таныҡлыҡ ала.
Учалы ҡалаһына нигеҙ һалынған ваҡыт. Барактарҙа йәшәп, призывниктарҙың күҙҙәрен дауалайҙар. Рәшиҙә апайға Иҫтамғол, Муса, Һөйәрғол, Ҡәйепҡол ауылдарында эшләргә тура килә. Ауылдар буйлап көнөнә икешәр тапҡыр йөрөп сығып, ауырыуҙарҙы дауалап, трахоманы еңеп сығалар. 1959 йылда тыуған ауылы егете Рафаил ағай Таһиров менән яҙмышын бәйләй, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем үҙ ауылында эшләй.
Ғөмүмән, Факиһа инәйҙең балалары һәр ҡайһыһы башлы-күҙле булып, үҙ йорттарын төҙөп, дәртләнеп эшләп, донъя көтә башлай. Рәшиҙә апай менән Рафаил ағайҙың донъяһы ла бер-бер артлы тыуған Рәмзиә, Ынйы, Эльза, Рәмилә исемле балаларҙың шат тауышына күмелә.
Кеше ғүмере һәр саҡ шатлыҡ-ҡыуаныстан ғына торһа икән дә... Киртләс-киртләс шул тормош юлдары... Ауыр бала саҡты үткәреп, ҡыуанып ҡына йәшәп ятҡанда, тағы ла әсе тормош һынауҙары аша үтергә яҙған икән был ғаилә ағзаларына. 1969 йылдың майында, һыуҙың ташҡын ваҡытында, Рәшиҙә апайҙың дүрт йәшлек ҡыҙы Эльза һыуға батып үлә. Июндә – Әхмәт ағайы, ноябрҙә тормош иптәше Рафаил ағай вафат була. Рәшиҙә апай ире менән ни бары ун йыл ғына бергә йәшәп ҡала. Рәмзиә — ете, Ынйы — биш, Рәмилә бер йәштә генә атайһыҙ тороп ҡала. “Ғакифә еңгәм менән бер йылда ғаиләле тормош башлағайныҡ, бер йылда өсәр бала менән етем ҡалдыҡ. Еңгәм менән, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, һәр саҡ бергә булырға, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға, балаларыбыҙҙы уҡытып, кеше араһына сығарырға тип һүҙ ҡуйыштыҡ.
Беҙҙе ауыр саҡта ҡурсалаусыларыбыҙ: ҡәйнәм, инәйем (әсәйем) һәм еңгәмдең инәһе (әсәһе). Төплө аҡыллы кәңәштәре менән беҙҙе төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, ауырлыҡтарға баш эймәҫкә, ниндәй генә хәлде лә бергә үткәрергә кәңәштәрен биреп кенә торҙо. Хоҙайым беҙгә шундай ҡайғыларын да, сабырлыҡтарын да биргән. Был хәтлем дә юғалтыуҙарға, ауырлыҡтарға нисек түҙгәнбеҙҙер, хәҙер аптырап ҡуям”, – тип хәтерләй Рәшиҙә апай. Яҙмышына төшкән ауыр һынауҙарға бирешмәй, һәр яҡты көнгә ҡыуанып, тормошто яратып, күп ҡатын-ҡыҙҙарға өлгө булып йәшәй ул көслө рухлы Рәшиҙә апай. Балаларын да лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләгән. Оло ҡыҙы Рәмзиә Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Уральск ҡасабаһы, Яңы Байрамғол мәктәптәрендә тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән балаларға белем бирә. Рәмзиә Рафаил ҡыҙы – эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусы. Уҡыусылары олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа гел генә призлы урындар яулай. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының һәм Учалы район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Ул хәләле Ғәлип Шаһиев менән ҡыҙ, ул тәрбиәләп үҫтергән. Рәмзиә Рафаил ҡыҙы — балаларының һөйөклө әсәһе, ейән-ейәнсәрҙәренең хәстәрлекле өләсәһе лә.
Рәшиҙә апайҙың икенсе ҡыҙы Ынйы ла – һөнәре буйынса тарих уҡытыусыһы. Ынйы Рафаил ҡыҙы Баязитованың фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостан Мәғариф министрлығы, район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. Улы Батырҙың балаларын наҙ, хәстәрлек менән баҡҡан һөйөклө өләсәй ҙә ул Ынйы Рафаил ҡыҙы.
“Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр”, ти халыҡ мәҡәле. Нәҫеле ниндәй – балаһы шундай. Был затта рух ныҡлығы, кешеләргә ихтирам, киң күңеллелек, алсаҡлыҡ, ныҡышмалылыҡ, ауыр саҡта туғандарына ныҡлы терәк була белеү сифаттары быуындан быуынға күсә килә.