Үҫмер юлдан яҙмаһын11.05.2012
Киң мәғлүмәт сараларында үҫмерҙәр араһында енәйәтселектең, наркомания менән эскелектең киң таралыуы хаҡында даими һүҙ алып барыла. Таныштар араһында ла балалары насар юлға баҫҡан ғаиләләр аҙ түгел. Үҫмерҙәрҙе был афәттән нисек йолоп ҡалырға һуң?
“Үҫеш сире”н һәр бала үҙенсә үткәрә. Кемдер бөтәһен дә үҙ башынан үткәрергә тырыша, кемдер ғашиҡ була, ә кемдер тормошоноң мәғәнәһен табырға ынтыла. Тышҡы донъя менән бәйләнеште сикләү мөмкин түгел. Кем менән дуҫлашыу, аралашыу тураһындағы фекерегеҙҙе балаға “көсләп таға” алмайһығыҙ. Ул барыбер үҙенсә эшләйәсәк, абруйығыҙҙы ғына юғалтасаҡһығыҙ. Әммә бындай хәлдә ниндәйҙер дәрәжәлә көйләргә — бала өсөн тейешле мәктәпте һайларға, дуҫтарын өйөгөҙгә саҡырырға мөмкин. Шул рәүешле уның дуҫтарын, нимә менән ҡыҙыҡһыныуын беләсәкһегеҙ. Баланың ышанысын яуларға кәрәк. Бының өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе тотоғоҙ:
балаға ни өсөн наркотиктар менән иҫерткес эсемлектәр ҡулланмауығыҙ хаҡында һөйләгеҙ. Уларға эскесе ғүмеренең нисек тамамланыуы тураһында әйтергә онотмағыҙ;
үҙегеҙҙең һәм дуҫтарығыҙҙың миҫалында ваҡытты күңелле, ҡыҙыҡлы итеп үткәреү мөмкинлеген һүрәтләгеҙ. Билдәле бер ҡиммәттәр булдыра алһағыҙ, балағыҙ уларҙы мотлаҡ һаҡлап ҡаласаҡ;
әллә ни мөһим булмаған мәсьәләләрҙә тупаҫ, ҡәтғи булмағыҙ. Балағыҙ алдында абруйығыҙ артыр;
ихлас һөйләшеүҙе бала әҙер булған саҡта ғына башларға кәрәк;
ысын һөйөү менән хәстәрлектең генә һәр төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыуын онотмағыҙ.


Вернуться назад