Быҙаулыҡтың Таналыҡҡа ҡойған урыны07.09.2018
Ике йылға ҡушылған ерҙә нигеҙ ҡорған ауылдар беҙҙә етерлек. Һамар ҙа шундай хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, ошо ауылдан йыраҡ түгел Быҙаулыҡ йылғаһы Таналыҡҡа ҡоя. Туйындырыусыһы, дәртләндереүсеһе булғас, был йылға тағы ла тулыланып ҡалғандай тойола, ярҙарына һыймай аға.

Һамар ауыл хакимиәте башлығы Рафаэль Кәримов билдәләүенсә, матурлыҡты күреп-тойоп үҫкәндәр һәр саҡ изге маҡсат менән яна, яҡшылыҡҡа һәм яҡтылыҡҡа ынтылыштары көслө була, эргә-тирәне гөл баҡсаһына әйләндереүгә, үҙҙә­ренең ыңғай миҫалында бүтәндәрҙе әйҙәүгә айырыуса бар көсөн һала.

Ниндәй матурлыҡ тураһында һүҙ бара тиһегеҙме? “Урындағы башлан­ғыстарға булышлыҡ итеү” програм­маһы нигеҙендә киләсәктә ауылда ял зонаһы төҙөкләндереләсәк.

– Ауыл ҙур, балалар һаны ла артҡандан-арта, – ти Рафаэль Фәрит улы. – Малай һәм ҡыҙҙар халыҡтың ошо ял урыны эргәһенән мәктәпкә үтеп-һүтеп йөрөй, белем усағына яҡшы кәйеф менән килеп инә. Хәйер, бүтән ваҡытта ла унан йәш-елкенсәк өҙөлмәй. Ул төҙөкләндерелһә, мату­райһа, тағы ла яҡшы буласаҡ.

Файҙалы эште тормошҡа ашы­рыуға халыҡ әүҙем ҡушылған, өй беренсә аҡса йыйыу ойошторғандар.

Тырышһаң була: ҡасандыр беҙҙән йыраҡ түгел бер ҡасабалағы таш­ландыҡ урын күҙ менән ҡаш араһында гөл баҡсаһына әүерел­гәйне. Яңы тәпәй баҫҡандар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә уңайлыҡтар булдырылды. Был урын да унан һис ҡайтыш булмаясаҡ, балалар майҙансығынан тыш, йәштәр күнекмә үткәрһен өсөн махсус ҡоролмалар урынлаштырыласаҡ. Тирә-йүнгә үҫентеләр ултыртыу – төп бурыстарҙың береһе, ял зонаһын кәртәләп алыу ҙа планлаштырылған.


Вернуться назад