Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух07.09.2018
Татырүҙәктә — спорт майҙансығы,
Федоровкала тренажер-майҙансыҡ асылды.

Һуңғы йылдарҙа ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла сәләмәт йәшәү, спорт менән етди шөғөлләнеүгә иғтибар арта. Быға мәктәптәрҙә һәм ойошмаларҙа ГТО нормаһын тапшырыу, йәштәрҙең йылдан-йыл сәләмәт тормош алып барыуға ылығыуы ҙур йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: ауыл ерендә йәшәүселәрҙең күбеһе “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”на ярашлы проект өсөн тауыш биргәндә, күпселеге спорт һәм уйын майҙансығын һайлай һәм яңылышмай.

Күптән түгел Хәйбулла районының Татырүҙәк ауылында спорт һәм уйын майҙансығы сафҡа инде. Уның тап Физкультурниктар көнө алдынан асылыуы ауылда йәшәүселәр өсөн икеләтә байрамға әйләнде.

Татырүҙәк ауыл биләмәһе башлығы Салауат Байсурин әйтеүенсә, ауылда спортты яратҡан, уның менән етди шөғөлләнгән халыҡ йәшәй. Йәштәр мини-футбол, хоккей менән ҡыҙыҡһынһа, олораҡтар скандинавса атлауҙы үҙ итә. Мәктәп командаһы бер нисә йыл рәттән районда төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулай. Яңы асылған спорт майҙансығында бар шарттар тыуҙырылған, бигерәк тә күнекмәләр яһау, төрлө ярыштар үткәреү, ГТО нормаларын тапшырыу өсөн уңайлы буласаҡ, ти Салауат Факил улы.

Әйткәндәй, проектты тормошҡа ашырыу өсөн ауыл халҡы 80 мең һум аҡса менән ярҙам итһә, шул уҡ сумманы бағыусылар тапшырған. Ауыл биләмәһе был эште атҡарып сығыр өсөн 100 мең һум бүлһә, 670 меңе банк иҫәбенән ҡапланған.

Шулай уҡ Федоровка ауылы халҡына ла хәҙер спорт менән шөғөлләнеү өсөн алыҫ йөрөйһө түгел. Бында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” төбәк проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә асыҡ һауала тренажер-майҙансыҡ асылды.

Районда Федоровка ауыл биләмәһе – “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы” буйынса иң әүҙем эш алып барыусыларҙың береһе лә.

— Иң ҙур рәхмәтемде ауыл халҡына еткерер инем, — ти ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева. – Әгәр уларҙың ышанысы, ярҙамы булмаһа, беҙ проекттарҙы яҡлай һәм уны тормошҡа ашыра алмаҫ инек. Һәр ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы күтәрә, уны хәл итеү юлдарын барлап, кәрәкле проект өсөн тауыш бирә. Иң мөһиме — һәр йорттан инициатив төркөм һис икеләнеүһеҙ аҡсалата ярҙам йыйып ала, һәр йорт ҡулынан һәм хәленән килгәнсә булышлыҡ итә.

Тиҙҙән Әбүбәкер ауылында ошо уҡ программаға ярашлы спорт һәм уйын майҙансығы төҙөү эше башланасаҡ. Әйткәндәй, был юлы бында өҫтәмә рәүештә “ҡыйыҡ”лы сәхнә һәм “урам китапхана”һы төҙөү ҙә планлаштырыла. Федоровка ауылы халҡы зыяратты төҙөкләндереүгә тауыш биргән.
Хәйбулла спортсыларының йылдан-йыл республикала ғына түгел, Рәсәй буйынса ла призлы урындар яулауында тап ауыл ерендә төҙөлгән спорт майҙансыҡтары, ауыл халҡының, бигерәк тә йәштәрҙең спортҡа ынтылыуҙары, сәләмәт тормошто үҙ итеүе булышлыҡ итә.


Вернуться назад