Барыһы ла торлаҡлы буласаҡ07.09.2018
Алданған өлөшсөләр проблемаһы нисек хәл ителә?

Ошо мәсьәлә буйынса күптән түгел Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендә үткәрелгән республика кәңәшмәһендә төҙөлөп бөтмәй туҡтап ҡалған объекттарға ҡарата ҡулланыласаҡ саралар раҫланды. Был эш Рәсәйҙә бер ҡырҡыулана, бер һүлпәнәйә. Туҡтап ҡалған төҙөлөштәр темаһына арналған күләмле мәҡәлә менән гәзитебеҙ ошо йыл башында сығыш яһағайны инде, ләкин һуңғы осорҙа бындай йорттар һанының арта төшөүе темаға ҡабат әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итә. Тейешле юридик килешеү төҙөп тә алданған кешеләргә ниндәй ярҙам күрһәтелә, мәсьәләнең хәл ителешенә ниндәй баһа бирергә мөмкин, уның киләсәк яҙмышы нисек тоҫмаллана?

Хәл тамырынан үҙгәрҙеме?

– Минең һәр төҙөлөш объектында тип әйтерлек үҙ хәбәрселәрем бар, улар хәлде “онлайн” тәртибендә күҙаллап бара һәм аҙна һайын миңә белдереп торалар, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов әлеге кәңәшмәлә. – Шуға уларҙағы хәл-торошто беләм – әлегә бер яҡшы мәғлүмәт тә әйтерлек түгел. Хәлде тамырынан үҙгәрттек, тип раҫларға иртәрәк.

Күп ҡатлы йорт төҙөү тиҙ башҡа­рыла торған эш түгел, ләкин төҙөлөш бизнесын алып бара белмәгән кешеләр быны үҙҙәренсә күҙ алдына килтер­гән, ахыры. Халыҡтан йыйған аҡсаға төҙөлөш материалдары һатып алһаң, был һөнәр буйынса тәжрибәһе булған инженерҙарҙы һәм эшселәрҙе яллаһаң, йәнәһе, бөтә проблема йорт һалыу өсөн уңайлы майҙан табыуға ғына ҡайтып ҡала. Ә бындай майҙанды ҡала властарынан төрлө хәйләкәр юлдар менән алыу осраҡ­тары ла байтаҡ булған икән. Ләкин объект­тарға нигеҙ һала башлағас та, был фирма етәкселәренең тармаҡ үҙенсәлектәрен бик үк төшөнмәүе, фәҡәт үҙ кеҫәләренә күберәк табыш туплау теләгенең генә көслө булыуы асыҡлана. Артабан башланып киткән иҡтисади көрсөк ошо булдыҡ­һыҙлыҡты тағы ла көсәйтә төшкән. Әлбиттә, хәҙер белеүебеҙсә, алдан уҡ алдашыу, кешеләрҙән йыйған аҡсаны һис тә төҙөлөшкә түгел, ә шунда уҡ башҡа маҡсаттарҙа тотонған, ҡануниәт бәйләнә алмаҫлыҡ итеп йәшергән йәки үҙләштергән әҙәмдәр ҙә булған.

Хәҙер килеп, проблема тағы көнүҙәккә әйләнде. Башҡортостан Башлығы әлеге кәңәшмәлә әйтеп үткәнсә, былтыр республикала 29 проблемалы объект булһа, бер йыл эсендә уларҙың һаны 33-кә еткән. Бер объектҡа йыш ҡына бер нисәшәр йорт инеүен иҫәпкә алһаҡ, төҙөлөп бөтмәй туҡтап ҡалған күп ҡатлы торлаҡ биналар һаны 95 булыуын күрербеҙ. Зыян күреүселәр исем­легенә 2 014 кеше индерелгән. Шулай уҡ 5 722 гражданға фатирҙы ҡулына тапшырыу буйынса йөкләмәлә күрһәтелгән ваҡыт уҙып киткән. Һөҙөмтәлә ризаһыҙлыҡ белдереү дауам итә.

Дөрөҫ, килешеүҙә ҡаралған ваҡыт килеп еткән мәлдә лә торлаҡ йорт һаман әҙер булмаһа, бының өсөн аҡса түккән кеше төҙөлөш ойош­маһын судҡа бирә ала. 214-се Федераль законға ярашлы, быны киле­шеүҙәге ваҡыт боҙолоп, ике ай үткәс тә эшләргә мөмкин. Ләкин, тәжрибә күрһәтеүенсә, уның йоғонтоһо аҙ. Ҡануниәткә ярашлы, бындай осраҡтарҙа штрафты Үҙәк банктың рефинанслау күләменең өс йөҙҙән бер проценты рәүешендә түләтте­рәләр. Ғәҙәттә, ул, бөгөнгө квадрат метр хаҡтарын иҫәпкә алһаҡ, торлаҡ өсөн түләнгән сумманың биш-һигеҙ проценты самаһын тәшкил итә. Әммә суд, ҡағиҙә булараҡ, ғәйепле яҡтан, йәғни төҙөлөш ойошмаһынан, уның яртыһын ғына түләттерә. Әхлаҡи зыян да биш меңдән алып 15 мең һумға саҡлы, һирәк осраҡта ғына 50 мең һумға етә. Йөҙҙәрсә миллион һумды әйләнештә йөрөткән ҙур төҙөлөш ойошмаһы өсөн был сүп кенә. Ә суд бындай ҡарарҙы шулай тип аңлата: Рәсәйҙең Граждандар кодексының 333-сө статьяһына ярашлы, сумманың ҙурлығы йөкләмәнең үтәлешен боҙоу эҙемтәләренә тура килмәй икән, ул яртылаш һәм унан да күберәккә кәметелә.

“Һаҡаллы” төҙөлөштәр

– Йорт төҙөү һылтауы менән халыҡтан алдап аҡса йыйған ҡайһы бер структураларҙы хөкөм итеү буйынса миҫалдар бар, – ти Рөстәм Зә­ки улы. – Ләкин бер ни ҡәҙәр ва­ҡыт­тан һуң улар йәнә иреккә сыға һәм тағы мутлашырға тотона. Мәҫә­лән, Стәрлетамаҡта шулай булды. Ул кешенең фамилияһын барыһы ла белә. Был йүнәлештәге донъя шулай ғәжәп ҡоролған: 200 миллион һумды кеҫәһенә һала ла бер йыл ғына ултырып сыға. Артабан йәнә төҙөлөш өсөн аҡса йыйырға тотона. Бындай хәлгә юл ҡуйылырға тейеш түгел.

Хәлдең ҡатмарлашыу сәбәптәренә тағы иҡтисади көрсөктө лә өҫтәргә кәрәк. Уның бер көсәйеүе, берсә тағы уңайлы шарттар тыуҙырыуы төҙөлөш алып барған кешеләрҙе лә ҡатмарлы хәлгә ҡуя. Рөстәм Зәки улы билдәләп үткәнсә, быйылғы ярты йыллыҡта торлаҡ йорттар төҙөп тапшырыу 15 процентҡа кәмегән һәм был күрһәт­кес, нигеҙҙә, күп ҡатлы йорттарға ҡағыла. Шәхси йорт һалыусыларҙы бында айырым билдәләп үтергә кәрәктер, моғайын: уның буласаҡ хужаһы үҙенең финанс хәлен, аҡсаһы ниндәй ҙурлыҡтағы йорт төҙөргә етерен алдан белә. Һәм, әлбиттә, бер кемдән дә аҡса йыймай, һис кемде алдамай. Финанс яғынан ҡытлыҡ булғанда, йорт төҙөүҙе туҡтатып тороу ҙа – ғаиләнең эше.

Беҙҙең республиканың алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеүҙә ҙур ғына тәжрибәһе бар. Бынан биш-алты йыл элек Рөстәм Хәмитовтың башланғысы менән мәсьәлә урынынан ҡуҙғалғайны. Проблеманы хәл итеү ул саҡта бер нисә миллиард һумға төшкәйне.

Ошо кәңәшмәләге сығышында Башҡорт­остан Республикаһы прокуроры Андрей Назаров төбәктә проб­лемалы объекттар күбәйеүенең сәбәптәрен атаны: беренсенән, төҙөлөш ойошмаларының финанс йәһәтенән булдыҡһыҙлығы – бөгөнгә уларҙың 15-енә ҡарата банкротлыҡ процедураһы ҡуҙғатылған; икенсенән, ошондай ойошмаларҙың ҡайһы береһе енәйәт юлына баҫҡан. Андрей Назаровтың әйтеүенә ҡарағанда, 2016 йылдан башлап республикала ете торлаҡ йорт төҙөлөшөнә ҡатнашы булған 11 кеше хөкөмгә тартты­рылған. Шуларҙың туғыҙы төрмәгә ултыртылған, икәүһенә яза шартлы рәүештә бирелгән. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдарында проблемалы һигеҙ объект буйынса 15 енәйәт эше асылған.
– Йорттарҙың шулай оҙаҡ төҙө­лөүе рөхсәт биргән документтар менән проблема арҡаһында килеп тыуа, хәҙер уларҙы суд аша хәл итәләр, – тине республика прокуроры. – Файҙаланыуға тапшырыу ваҡы­ты кисектерелгән объект­тарҙың барыһы ла прокуратура күҙәтеүенә алынған.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты менән берлектә тәүге сиратта өлөшсөләр биргән аҡсаны маҡсатлы файҙалан­ғандармы-юҡмы икәнен тикшерәбеҙ. Быйылғы тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә өс төҙөлөш ойошмаһы буйынса материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәл итеү өсөн тапшырылды.

Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Роман Деевтың сығышынан күренеүенсә, әле тәфтишкә тиклемге тикшереү ете проблемалы объектта үткәрелә. Уларҙың өсөһө Өфөлә урын­лашҡан, ҡалғандары Өфө, Ишембай, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында төҙөлөп бөтмәй ултыра. Министр билдәләүенсә, быйыл ҡуҙғатылған енәйәт эштәренең бере­һе судҡа тапшырылған. Һүҙ “Дуҫлыҡ-строй” торлаҡ-төҙөлөш кооперати­вының элекке рәйесе тураһында бара. Уны Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы (алдашыу) һәм 174.1-се (енәйәт ҡылыу һөҙөмтәһендә алынған аҡсаны легалләштереү) статьялары буйынса хөкөм иткәндәр икән.

– Иҫегеҙгә төшөрөргә теләйем: бындай хәл һирәк түгел, – тине Рөстәм Зәки улы. – Беҙ улар менән 2000 – 2012 йылдарҙа осрашҡайныҡ инде. Төрлө сәбәптәр арҡаһында был күренеш беҙҙең республикала ла, тотош ил буйынса ла тағы хасил бул­ды. Өлөшсөләр ҡатнашҡан төҙө­лөштә тиҫтәләрсә миллиард һум әйләнештә йөрөй, шуға күрә уның тирәһендә тиҙ байыу маҡсатын ҡуйған әҙәмдәрҙең урала башлауы аңлашыла.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Андрей Трухан кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға ал­данған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеүгә йүнәлтелгән саралар тура­һында һөйләне. Төбәктә булдырылған “юл картаһы”на ярашлы, быйыл – 27 йортто (441 өлөшсө), 2019 йылда – 54 йортто (793 өлөшсө), 2020 йылда – 12 йортто (486 өлөшсө) һәм 2021 йылда ике торлаҡ бинаһын (294 өлөшсө) файҙаланыуға тапшырыу күҙ уңында тотола. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ошондай проблемалы иң ҙур объекттар – Өфөләге “Миловка паркы” (төҙөүсеһе – “КилСтрой Инвест” яуаплылығы сикләнгән ширҡәте), “Көмөш инеш” (төҙөүсеһе – “Крона” йәмғиәте), “Яңы Булгаков” (“СтройВертикаль” йәмғиәте), Әхмәтов урамындағы йорттар, Нефтекама ҡалаһының 25-се биҫтәһе (“Интеграл”), Стәрлетамаҡтағы йорттар (“Башстрой”). Зыян күргән граждандарҙың яртыһынан ашыуы ошо “һаҡаллы” төҙөлөштәргә тура килә.

Эште әүҙемләштереү зарур

Вице-премьер объекттарҙы төҙөүгә ярҙам итеү маҡсатында ойошто­ролған Төбәк операторының эше тураһында ла һөйләне. Был ойошма быйыл апрелдә булдырылғайны. Оператор “Росреестр”ҙың республика идаралығы менән берлектә ошондай объекттарҙы асыҡлай, уларға тәғәйенләнгән арбитраж идарасылары­ның эшен контролдә тота, өлөшсөләрҙең үҙ теләге менән ойошторған төркөмдәре менән осраша һәм уларҙың тәҡдимдәрен, иҫкәрмәләрен эштә ҡуллана, шулай уҡ бындай граждан­дарҙы иҫәпкә алыуҙы автоматлаштырыу бурысын да башҡара.
Башҡортостан Башлығы Төбәк операторының штатын киңәйтергә ҡушты. Бөгөн ойошмала ун кеше генә эшләй икән, ә тейешле талаптарҙы үтәү өсөн 25 хеҙмәткәр кәрәк.

Кәңәшмәлә муниципалитеттар етәксе­ләренә лә һүҙ бирелде. Өфө ҡала хаки­миәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов биләмәлә 42 проблемалы йорт булыуын һәм зыян күргәндәр исем­легенә 783 кеше инеүен билдәләне. Быйыл уларҙан “Затон” биҫтәһендәге Осоу­сылар урамында бер йорт файҙа­ланыуға тапшырылған, Ферин урамындағы йорт төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә. Был йәһәттән Өфө районы ҡатмарлы билә­мәләрҙең береһе булыуын дауам итә. Ошо район хакимиәте етәксеһе Вилорий Угаровтың сығышынан аңлашылыуынса, намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән кешеләр һаны ике меңдән аша.

“Стәрлетамаҡта ике проблемалы йорт бар, инвесторҙарҙы йәлеп итмәй тороп, уларҙы төҙөүҙе тамамлау мөмкин түгел, ҡала улар өсөн Добролюбов биҫтәһендә ер майҙаны бүлде”, – тине ҡала етәксеһе Владимир Куликов. Ә Иглин районында тамамлан­маған төҙөлөш объекттары бишәү булып киткән, үҙ фатирҙарын көтөп ала алмаусылар – 763 кеше. Хаки­миәт башлығы Ғафуан Шәйхетдинов белдере­үенсә, быйыл районда шундай ике йортто файҙаланыуға тапшырасаҡтар. Дөрөҫ, бының өсөн яңы төҙөлөш ойошмаһы эҙләргә тура киләсәк.

“Крона”, “КилСтройИнвест” һәм башҡа компаниялар проблемалы объекттарҙы тиҙерәк сафҡа индереү өсөн нимә эшләргә йыйыныуҙары менән таныштырҙы.

– Мин эште әүҙемләштереүҙе талап итәм, көн һайын кәмендә бер объект буйынса ҡарар ҡабул итергә кәрәк, төп проблемалы объекттарҙы 2019 йылда тамамларға тейешбеҙ, бының өсөн мөмкинлектәр бар, – тине республика етәксеһе.


Вернуться назад