Йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, Башҡортостандағы мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм спорт учреждениеларында Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла.
Урындағы халыҡ аш-һыу, косметология, биҙәү-ҡулланма ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, йога менән шөғөлләнә, үҙен рәссам һәм музыкант сифатында һынап ҡарай ала. Мәҙәниәт йорттары артистары, балалар ижады һарайҙарында шөғөлләнеүселәр сағыу концерт тәҡдим итмәксе. Көн тәртибендә шулай уҡ күргәҙмәләр, таныштырыу саралары, экскурсиялар, спорт ярыштары, конкурстар, викториналар һәм йәрминкәләр.
Әйтелгәндәрҙән тыш, сараны ойоштороусылар махсус майҙансыҡтар әҙерләй. Уларҙа ата-әсәләргә баланың буш ваҡытын файҙалы итеп үткәреү йәһәтенән кәңәш бирәсәктәр. Өлкәндәр аныҡ ҡалалағы йәки ауылдағы спорт секциялары, ижади һәм һәләттәрҙе үҫтереүсе түңәрәктәр хаҡында мәғлүмәт аласаҡ. Теләгәндәр балаһын уларға яҙҙыра ла ала. Бынан тыш, психологик һәм логопедик ярҙам күрһәтеү, уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү, балаларҙың һәм өлкәндәрҙең иммунитетын көсәйтеү буйынса консультациялар үткәреләсәк.