“Индиго бала” ниндәй була?11.05.2012
“Индиго бала” ниндәй була?Телевидениела барған “Экстрасенстар алышы” тапшырыуында еңеүселәрҙең береһе 2012 йылға фаразында, быйыл “индиго балалар” тыуасаҡ, тине. “Индиго” нимәне аңлата һәм бындай балаларҙы ниңә шулай атайҙар?
З. Өмөтбаева.
Илеш районы.


Бындай балаларҙы төрлө илдәрҙә төрлөсә атайҙар: Францияла — “тефлон балалар”, Бөйөк Британияла — “мең йыллыҡ балалары”, Рәсәйҙә — “яҡтылыҡ балалары”. Әммә иң таралғаны — “индиго балалар”. Ошондай балаларҙы тикшергәндә, уларҙың аураһының ҡарағусҡыл-күк — “индиго” төҫөндә булыуы асыҡлана. Әммә “индиго”ларҙың ябай балаларҙан айырмаһы бының менән генә сикләнмәй. Улар ҙур ижади көскә, ҡәтғилеккә, ныҡышмаллыҡҡа, юғары аҡыл ҡеүәһенә эйә. Традицион тәрбиә алымдары уларға тәьҫир итмәй. “Индиго балалар” һиҙемләү көсөнә таянып эш итә һәм ҡылыҡтарына аңлатма биреүҙе кәрәк тип тапмай. Улар саманан тыш һауалы, тәкәббер, үҙаллы һәм ғорур. Йыш ҡына “индиго” үҙенең йәшенән олораҡ күренә. Тәбиғәтте бик ярата, яҡындарының һөйөүенә башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ мохтаж. Үҙе кеүектәр араһында ғына асылып китеп аралашыусан. “Кәрәк”, “бүтәндәр шулай эшләй” тигән һүҙҙәр уның өсөн ят. Битарафлыҡ һәм аңламаусанлыҡ менән осрашһа, тупаҫлыҡ күрһәтеүе ихтимал. Һәләтле бала булыуына ҡарамаҫтан, “индиго” мәктәптә насар уҡый, сөнки мәғариф системаһындағы һәм тотош йәмғиәттәге ҡағиҙәләрҙе һәм нормаларҙы ҡабул итмәй, үҙһенмәй, уларға ҡаршы сыға. Белемде үҙе өсөн кәрәклегә һәм кәрәкмәгәнгә бүлеп ҡарай. Имтиханды ауыр тапшыра, сөнки кемдер алдында отчет бирергә теләмәй. Ғәҙәттә, ата-әсә менән “индиго бала” араһындағы мөнәсәбәттәр бик ҡатмарлы.


Вернуться назад