Ҡара сентябрь онотолмай06.09.2018
Иртәгә Ярославлдең “Локомотив” хоккей командаһы ағзаларының авиаһәләкәткә осрауына ете йыл була.

2011 йылдың 7 сентябрендә Минскиға матчҡа осҡан “Як-42Д” самолетындағы 44 кеше һәләк булды. Бары инженер Александр Сизов тере ҡалды. Хоккей командаһының төп составын юғалтыу сәбәпле, ул миҙгелдә “Локомотив” башҡаса уйнаманы.

Әле иһә ярославлдәр Көнбайыш конференцияһында иң көслөләрҙән. Бөгөн кис улар беҙҙең “Салауат Юлаев” командаһы менән осрашасаҡ. Әйткәндәй, ҡалаға килгәс, юлаевсылар иң тәүҙә 2011 йылғы һәләкәт ҡорбандары мемориалына сәскә һалды.


Вернуться назад