Көтөп алынған ”Өсмөйөш”06.09.2018
Оҙаҡҡа һуҙылған “Өсмөйөш” торлаҡ комплексы төҙөлөшөн киләһе йыл тамамларға ниәтләйҙәр. Суд ошо эшкә сығым хаҡын баһалауға экспертиза билдәләне.

Торлаҡ комплексындағы корпустарҙың бер өлөшө 2011 йылға тиклем сафҡа индерелгәйне. Хужалар үҙ фатирҙарына күсте. Шул уҡ ваҡытта төҙөүсе бөлгөнлөк процедураһын башлап ебәрҙе. Шул мәлдән алып объект төҙөлөшө туҡтап ҡалды.

Яңы төҙөүсе – Өфөнөң заказсы һәм техник күҙәтеү хеҙмәте төҙөлөштө тамамлауға аныҡ сығымға экспертиза үткәреүҙе һорап, Арбитраж судҡа мөрәжәғәт итте. Суд үтенесте ҡәнәғәтләндереп, экспертиза билдәләне.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты объекттар төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы менән берлектә зыян күргән кешеләрҙең хоҡуғын тергеҙеү менән шөғөлләнә. Әле объектта Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы һығымтаһы нигеҙендә төҙөүсене алмаштырыу ғәмәле башҡарыла.


Вернуться назад