Салауат Ғәлләмов вафат булды06.09.2018
Башҡорт мифологы, лингвист һәм тикшеренеүсе Салауат Ғәлләмов 59 йәшендә вафат булды.

Салауат Абдрахман улы Ғәлләмов 1959 йылда Өфөлә тыуған. Ғалим башҡорт теленең – бик күп боронғо һәм заманса телдәр, ә боронғо башҡорт мифтары һәм эпостарының боронғо һинд-европа философияһы менән бәйлелеге тураһындағы тикшеренеүҙәре нигеҙендә танылыу яуланы. Үҙенең китаптарында Ғәлләмов, башҡорт теле грек һәм латин телдәренән башлап, инглизсәгә тиклемге Европа телдәренең күбеһенә йоғонто яһаған, тип раҫлай.

Ғалимдың боронғо һинд философияһының, грек мифологияһының барлыҡҡа килеүенә ҡағылышлы үҙ фаразы бар. Уның теорияһына ярашлы, боронғо һиндтар һәм гректар, Һиндостан менән Грецияға килеп урынлашҡанға тиклем Уралда һәм Көнбайыш Себерҙә йәшәгән. Ғалимдың фекеренсә, “Урал батыр” эпосы боронғо һинд философияһына нигеҙ һалған сығанаҡтарҙың береһе булған.


Вернуться назад