Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Берҙәм һайлау көнөндә эске эштәр органдарынан ете меңдән ашыу һәм дәүләткә ҡарамаған хәүефһеҙлек структураларынан өс мең самаһы хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителәсәк.
Берҙәм һайлау көнөндә халыҡ әүҙемләшә. Беренсенән, улар һайлау участкаларына тауыш биреү өсөн барһа, икенсенән, төрлө мәҙәни саралар үткән майҙандар, йәрминкәләр күпселектең иғтибарын үҙенә йәлеп итә.
Тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тауыш биреү көнө имен үтһен өсөн ҙур хәстәрлек күрә һәм граждандарҙан йәмәғәт урындарында ла, һайлау участкаларында ла уяулыҡты юғалтмауҙарын үтенә. Шулай уҡ улар һайлаусыларҙың шәхси әйберҙәрен ҡарауһыҙ ҡалдырмауҙарын, сәйер сит әйбер күргәндә, был хаҡта тәртип һаҡлау органдарына тиҙ арала хәбәр итеүҙәрен һорай.