Бәхет асҡысы нимәлә?05.09.2018
Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында йәшәгән Зәбирә менән Ишдәүләт Мөхәмәтйәновтарҙың ғаилә ҡороп, татыу ғүмер кисереүенә дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмер үтеп киткән. Ыжғыр буранлы февраль айында Яңы Мөсәт һылыуы Зәбирә Яңыбай ҡыҙы был ауылға килен булып төшкәс тә, уның тырышлығына, эшсәнлегенә, әҙәплелегенә, тәрбиәле, изгелекле булыуына барса халыҡ хайран ҡалды.

Ишдәүләт Ырыҫйән улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. “Атаһына ҡарап улын ҡос, әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос”, ти халыҡ. Ысынлап та, был һүҙ­ҙәр Мөхәмәтйәновтар ғаиләһенә лә хас кеүек. Балалары ла аҡыллы, ярҙамсыл, уҡымышлы. Бөтәһе лә матур итеп донъя көтә, мул, иркен тормошта йәшәй, төрлө тармаҡта ең һыҙғанып эшләп йөрөй. Мәҫәлән, ҡыҙы Эльвира – Сибай ҡалаһында балалар баҡсаһында өлкән ашнаҡсы. Улы Роберт Сибай педагогия колледжын, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамам­лаған, Сибай ҡалаһының сауҙа нөктәһендә эшләй. Ҡыҙы Юлиә Асҡын районында йәшәй, әле декрет ялында, ике малай үҫтерә.

“Оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәүе­геҙҙең сере нимәлә?” – тип һорағас, Мөхәмәтйәновтар былай тип яуап бирҙе:
– Ғаилә бәхетенең сере – бер-береңә ҡарата иғтибарлы, сабыр булыуҙа, бер-береңде хөрмәт итеүҙә.

Ишдәүләт Ырыҫйән улы – уңғандарҙан, шөғөлһөҙ улты­рырға яратмай. Оҙаҡ йылдар ветеринар булып эшләй. Әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡас, яратҡан һөнәренә эйә булыу теләге уны Йылайыр районына алып килгән. Ҡасандыр уға мал табибы булырға Нәүҙәт Муллағәлләм улы Исмәғилев йүнәлеш биргән. Практиканы ла уның ҡул аҫтында үткән. Ҡыҫҡаһы, Ишдәүләт Ырыҫйән улының бала саҡтағы хыялы тормошҡа ашҡан.
Иртәнсәк торғас та, ул Яуымбай, Мораҙым, Мәһәҙей, Ҡурғаш­лы, Байназар ауылдарына саҡырыуҙар буйынса ашыға.

– Эшемде яратып башҡарам. Хоҙай һаулыҡ бирһен, ҡатыным менән тиң-тигеҙ ғүмер итергә яҙһын. Балаларыма ярҙам итеп, ейән-ейәнсәрҙәрҙе тәрбиә­ләп йәшәргә насип булһын. Тормошомдан ҡәнәғәтмен. Һөнәр һайларға булыш­лыҡ иткән Нәүҙәт Муллағәлләм улына рәхмәт, – ти Ишдәүләт Ырыҫйән улы.

Ул улы Робертҡа ла, ҡыҙы Юлиәгә лә бейек, күркәм йорт төҙөп ултыртырға ярҙам иткән. Барлыҡ кәрәкле техникалары бар. Кәртә тулы мал, етеш йәшәйҙәр.

Зәбирә Яңыбай ҡыҙы 1983 йылдан алып быҙау ҡараусы, һауынсы, һатыусы булып эшләй. 2009 йылдан Мәһәҙей ауыл китапханаһында хеҙмәт итә. Әле хаҡлы ялда. Зәбирә Яңыбай ҡыҙы ауылдағы йәмәғәт эштә­рендә әүҙем ҡатнаша. Һайлау ваҡытында комиссия секретары вазифаһын үтәй, урындағы фольклор ансамбле ағзаһы. Интернет селтәре менән әүҙем ҡуллана. Яҡындарына һәм үҙенә кейем-һалым тегергә лә өлгөрә, аш-һыуға ла оҫта, баҡсаһында гөрләтеп сәскәләр, йәшелсә-емеш үҫтерә. Бына шундай матур, өлгө булырлыҡ, уңған ғаилә йәшәй Мәһәҙей ауылында.


Вернуться назад