Уңған халыҡ биҙәй был ерҙе05.09.2018
Күңелдәре лә, эштәре лә матур

Аҡъяр ауыл хакимиәтенә ҡараған Степнойға командировкаға сығыр алдынан район етәкселәре: “Уңған кешеләр йәшәй унда, үҙ күҙегеҙ менән күрегеҙ, ауыл халҡы менән яҡындан аралашығыҙ”, – тигәс, һис һүҙһеҙ риза булдыҡ. Ошоға тиклем төпкөлдәге йәшәйеш нығыраҡ ҡыҙыҡһындырһа, был юлы район үҙәгенә яҡын ауылдың тормошо йәлеп итте.


Йолаларҙы хөрмәт итәләр

Ауылдың икенсе исеме – Ҡараһыу. Ололар әйтеүенсә, элек был ерҙә диңгеҙ булған, шуға күрә бындағы һыу алыҫтан ҡарараҡ күренгән. Ситтән килеүселәрҙең берәүһе “Ҡарағыҙ, һыу ҡара” тип ҡысҡырған, шулай улар ултырған ауыл Ҡараһыу тип аталған, тиҙәр.
Ә биш саҡрым алыҫлыҡта тәбиғәт ҡомартҡыларының береһе урынлашҡан. Ул – боронғо диңгеҙ төбө Ҡайынҡабаҡ. Ғалимдар һәм археологтар билдәләүенсә, был урында элек, ысынлап та, диңгеҙ йәйрәп ятҡан. Әле лә уның ярҙарынан беҙгә билдәһеҙ балыҡтарҙың, һөйрәлеүселәрҙең һөлдәләре, ҡабырсаҡтар табыла икән. Бындай үҙенсәлекле ер Хәйбулла районында ғына түгел, тотош Көньяҡ Уралда берәү. Рәсәй буйынса быға оҡшаш мезозой эраһына хас диңгеҙ ҡатламы Мәскәү, Һарытау өлкәләрендә генә бар. Элегерәк хатта диңгеҙ терпеләренең ҡалдығына тап булғандар, әле уларҙың энәләре килеп сыға, ти тыуған яҡты өйрәнеүселәр. Шуныһы ҡыҙыҡлы: бында ике миллиметрҙан алып утыҙ өс сантиметр оҙонлоҡҡа тиклемге белемнит­тарҙы ла осратырға мөмкин. Бына шундай тарихи урыны менән дә ҡыҙыҡһындырҙы Ҡараһыу.

Степной ауылына килеп инеү менән бер төркөм инәйҙең ауыл янынан аҡҡан йылға буйында нимәлер эшләүенә, балаларҙың уларҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтеүенә тап булдыҡ. Баҡтиһәң, ауыл ағинәйҙәре Ҡараһыу ҡоҙоғо янына килеп, ямғыр теләргә сыҡҡан. Элек-электән оҙайлы ҡоролоҡ килһә, ололар, ризыҡ йыйып, бутҡа бешереп, йылға буйына йыйылыр булған. Ерҙең ярылып, һыуға зар-интизар булыуын күргән ауыл халҡы боронғо йоланы атҡарып, нисек тә тирә-яҡҡа шифалы ямғыр тамсыларын һибеү, уны Йәншишмә һыуылай бөркөп, йәшелләндереү ниәте менән ямғыр теләргә сыға.

Иң оло инәйҙәр Миңзифа Юнысова менән Маһинур Рәхмәтова башта теләк теләп, аҙаҡ ҡараға буялған ҡомғанға (сәйнүк) өс таш һалып, һыуға батырҙы. Ул ямғыр яуғансы һыуҙа ятырға тейеш була. Инәйҙәрҙең изге теләгенә ҡушылып, башҡалар ҙа ямғыр теләүгә бәйле төрлө һынамыштар, әйтеш-теләктәр әйтеп, таҡмаҡ-йыр йырланы. Эш бер-береһенә һыу һибешеү менән тамамланды. Берҙән, дала зонаһында йәшәгән халыҡ өсөн халҡыбыҙҙың был йолаһы иң кәрәклеһе һаналһа, икенсенән, йәш быуынға башҡорттоң ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеү, тапшырыу маҡсатында эшләнелә. Әйткәндәй, “Ямғыр теләү” йолаһында башҡа милләт вәкилдәренең дә берҙәй ҡатнашыуы халыҡтың үҙ-ара татыу һәм бер-береһенең йолаларын, динен ихтирам итеүен күрһәтә.

Өс таған таймаҫ

Мәктәп, балалар баҡсаһы һәм медпункты булған ауылды һәр саҡ өс тағанға оҡшатам. Халыҡ әйтеме буйынса, өс таған таймаҫ. Был социаль объекттар эшләй икән, тимәк, ауылдың киләсәге бар тигән һүҙ.

Степной төп белем биреү мәктәбендә яңы уҡыу йылына әҙерлек тулы кимәлдә барған. Бында уҡыу йортоноң спорт залы тулыһынса үҙгәртеп ҡорола, төҙөлөш эштәре республика ҡаҙнаһы иҫәбенә атҡарыла. Белем усағы директоры Ғаян Аҡҡусҡаров әйтеүенсә, мәктәпткә яңы уҡыу йылына бөтәһе 97 бала килгән, шуның 14-е тәүге тапҡыр парта артына ултырған. Коллективта барлығы 13 педагог эшләй, уларҙың уртаса йәше 45 тирәһе. Рус лаптаһы буйынса Рәсәй чемпионы Ғәзиз Ишемғоловтың уҡыусыларға физкультура дәресенән белем биреүе – үҙе оло мәртәбә. Ул тәрбиәләнеүсе­ләрен дә үҙ артынан эйәртә, тренер булараҡ, йәш быуынға сәләмәт йәшәү серен өйрәтә.

Мәктәп яны участкаһында уҡыусылар картуф, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә ултыртҡан, уны йәй буйы тәрбиәләгәндәр. Ҡышын баҡсала үҫтерелгән йәшелсә өҫтәл түрен биҙәйәсәк.

“Айгөл” балалар баҡсаһы ике аҙналыҡ ремонтҡа ябылыу сәбәпле, кескәйҙәрҙе осрата алманыҡ. Тәрбиәселәр ҡулдарына бумала алып, балалар килгәнсе бинала төрлө буяу, аҡлау эштәре менән шөғөлләнә. Балалар баҡсаһы мөдире Дилара Әһлиуллина әйтеүенсә, бында 97 бала иҫәпләнә. Район үҙәгендә мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларында урын етмәү сәбәпле, ҡайһы бер ата-әсәләр кескәйҙәрен Степной ауылына йөрөтә. Бының өсөн район хакимиәтенең мәғариф бүлегенән айырым автобус бүленгән, билдәле ваҡытта ул Аҡъярҙан алып килә, кис кире илтеп ҡуя. Бөтәһе дүрт төркөм эшләй, быйыл балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән 20 бала ауыл һәм Аҡъяр мәктәптәренә беренсе класҡа барасаҡ. “Айгөл”дәр районда үткән төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай, республика буйынса ла бәйгеләрҙә алдынғылыҡты бирмәй.

Бында кескәйҙәрҙе яратҡан оҫталар эшләй. Улар – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Гүзәлиә Насретдинова, Сания Мөхәмәтова, Динара Саптаръяпова һәм Вилә Ишемғолова. Үҙҙәрен балалар һәр саҡ көтөп ала. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған, һәр эш, байрам, кисә булһынмы – бергәләшеп, кәңәшләшеп башҡарыла. Балалар баҡсаһына капиталь ремонт эшләнгән, уңайлыҡтар булдырылған.
Ә бына ауыл медицина пункты был тәңгәлдә маҡтана алмай. Хәйер, районда төҙөләсәк фельдшер-акушерлыҡ пункттарының береһе тап Степнойҙа булыуы ғына ауыл халҡын бер аҙ өмөтләндерә. Түҙгәнгә түш тейә, тигәндәре шулдыр, ахыры.

2009 йылдан алып Әлифә Супанова ауылдаштарының һаулығы һағында тора. Ошо ауыл ҡыҙы Сибай медицина училищеһын тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Әлмөхәмәт Ураҙбай улы менән ғаилә ҡороп, ике ул үҫтерә, аҙаҡ бер баланы тәрбиәгә алалар.

– Ауыл халҡы күберәк ҡан баҫымының күтәрелеүенә, йөрәк ауыртыуына зарлана. Һәр көн уколға йөрөүселәр күп, өс сирлене өйөнә даими барып ҡарайым, улар үҙҙәре йөрөй алмай. “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртырға тура килһә, үҙем шылтыратырға тейешмен. Күпселек осраҡта уның килгәнен дә көтөп тормай, үҙебеҙҙең йәки сирленең ғаиләһенең машинаһы менән Аҡъяр дауаханаһына алып барабыҙ, сөнки ундай ваҡытта һәр минуттың ҡәҙерле икәнен барыһы ла яҡшы аңлай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ауыл халҡы сәләмәт тормош алып бара, спортты пропагандалай, үҙҙәрен һәр саҡ тонуста тоторға тырыша. Ҡыш ауылда скандинавса йөрөү киң таралған, шулай уҡ фитнесты ла үҙ итәләр. Йәй көнө йорттағы һәм баҡсалағы көндәлек эш – үҙе фитнес, – ти фельдшер.

Киләсәктә ауылда заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлһә, медицина ярҙамы күрһәтеү, сирлеләрҙе ҡабул итеү шарттары күпкә яҡшырасаҡ. Әлегә булғанына шөкөр итә ҡараһыуҙар.

Талантлы халыҡ йәшәй бында

Алдан әйтеп үтеүемсә, ауылдың икенсе исеме – Ҡараһыу. Олораҡ быуын әле шулай атап йөрөтә. Ауылдың йәшәйеше, уның мәҙәни тормошо мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә туранан-тура бәйле. Ә бында үҙ эшенең оҫтаһы, иҫ киткес яҡшы ойоштороусы, моңло йырсы, дәртле бейеүсе Көнһылыу Ҡолонбаева клуб мөдире булып эшләй. Әйткәндәй, Көнһылыу Вәлиулла ҡыҙы беҙҙе сәфәр барышында оҙатып йөрөнө, ауыл тормошо менән яҡындан таныштырҙы.

2015 йылда рухи-мәҙәни үҙәк заманса һулыш ала.150 урынға иҫәпләнгән тамаша залы, заман талаптарына яуап биргән сәхнә, моделле китапханаға тулыһынса капиталь ремонт үткәрелә. Әле мәҙәниәт усағы тыштан ғына түгел, эстән дә балҡып тора, уның нуры бар ауыл халҡына етә. Талантлы ойоштороусы, һәләтле һәм талапсан етәксе Көнһылыу Ҡолонбаева етәкселегендәге ололар өсөн “Йәйғор” бейеү, “Дуҫлыҡ” балалар һәм “Ҡараһыу” фольклор ансамблдәре уңышлы эшләй. “Ағинәйҙәр” ҡоро бар. “Ғаилә йылы” сиктәрендә районда үткән “Бейеү-шоу” конкурсында “Дуҫлыҡ” бейеү ансамбле тәрбиәләнеүселәре Гран-при яулап, ЖК-телевизор менән бүләкләнгән. “Ҡараһыу” фольклор ансамблендә шөғөлләнеүселәр төрлө милләт йолаларын сәхнәләштерә, уларҙың йыр-моңон халыҡҡа өләшә.

Көнһылыу Вәлиулла ҡыҙы йәштәр менән дә даими эш алып бара, каникул һәм ял көндәрендә мәҙәни саралар үткәрә. Йәшерәктәр өсөн заманса “Экстрим” төркөмө ойошторолған, район буйынса үткән барлыҡ сараларҙа ауыл йәштәре әүҙем ҡатнаша. “Твое время”, “Хәйбулла-шоу”, “Битва талантов” бәйгеләренә ҡыҙ һәм егеттәрҙе әҙерләп, уларҙы сәхнәгә алып сығыусы ла – Көнһылыу Ҡолонбаева.

Бына инде бер нисә йыл рәттән Хәйбулла районында үҙенсәлекле саралар үтә. Һәр ауыл үҙенә хас булған байрам үткәрә, йола күрһәтә. Өс йыл рәттән улар “Картуф байрамы”н ойоштороп, тәүге йылда картуфтың “икенсе икмәк” булараҡ әһәмиәтен халыҡҡа еткерһә, артабан байрам “Картуф – әкиәттәр илендә” тигән исем менән уҙа. Ҡунаҡҡа Татырүҙәк ауылы ағинәйҙәрен саҡырып, ҡул менән картуф сәсеү йолаһын күрһәтәләр. Балалар өсөн башҡорт халыҡ уйындарын уйнайҙар, картуфтан әҙерләнгән аш-һыу күргәҙмәһендә тәү ҡарамаҡҡа ябай күренгән йәшелсәнән әллә күпме ризыҡ эшләү серен халыҡҡа еткерәләр.

Күптән түгел ауылда йәнә бер матур сара үткән. “Татыу ғаилә – ил күрке” тип аталған кисәгә ауылдың иң абруйлы биш ғаиләһе саҡырыла, уларҙың көнкүреш, балалар тәрбиәләү, өлгөлө донъя көтөү сере башҡаларға фәһем итеп күрһәтелә. Бына ул ауылдың өлгөлө ғаиләләре – Ғилминур менән Рәмил Ишемғоловтар, Зәкирә менән Саяф Әбйәлиловтар, Фәнүзә менән Рауил Тулыбаевтар, Кафия менән Йәүҙәт Хәйбуллиндар, Ғәрифә менән Ғибәҙәт Исҡужиндар.

Мәҙәниәт йорто аккомпаниаторы Венер Салауатовҡа ла рәхмәт уҡый клуб мөдире, сөнки тап уның тырышлығы менән мәҙәни сараларға йәм өҫтәлә.

Мөғжизәле китап донъяһы

Халыҡ китап уҡымай, тиһәк тә, ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн китапхана белем, аң һәм мәҙәни нур таратыусы үҙәк булып ҡала. Хәҙерге көндә китапхана үҙенең эшмәкәрлеген заманса үҙгәртте. Был һүҙҙәрҙе дәлилләп, һуңғы йылдарҙа һәр районда тиерлек модель китапханаларҙың асылыуын атап үтеү ҙә етә. Улар халыҡтың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәт­ләндерә. Степной ауылындағы модель китапхана мөдире Әҡлимә Лунева әйтеүенсә, халыҡ китап уҡырға ярата. Йылына 10 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндергән мәҙәни усаҡ бөгөнгө китап уҡыусының бар зауығына яуап бирә. Кәрәк икән ул интернет селтәрендә ултыра, йә булмаһа үҙенә ярашлы әҙәбиәтте һайлай. Шулай уҡ бында билдәле хаҡҡа ксерокс, кәрәкле мәғлүмәтте сығарыу, баҫтырыу, компьютерҙа йыйып биреү кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә. Электрон китаптарҙы һайлау мөмкинлеге лә тыуҙырылған.

– Олораҡ быуын ҡулдарына китап тотоп уҡыуҙы хуп күрһә, йәшерәктәре интернет аша бәйләнешкә сығыуҙы һайлай. Үткән йылда 872 китап уҡыусыны хеҙмәтләндерһәк, әле был һан 300-гә яҡын. Тимәк, китапханаға кеше йөрөмәй, тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килмәҫ ине, – ти Әҡлимә Сәлихйән ҡыҙы.

Китап фонды 14 мең дана тәшкил итә, ул даими рәүештә тулыланып тора, ауылдың йылы һәм нур бөркөп торған бер утрауын хәтерләткән урынға йәше-ҡарты ла йыш килә. Кескәйҙәр өсөн махсус урын булдырылған, унда тылсымлы әкиәт китапсыҡтары урын алған, балалар өсөн матур һүрәтле әҙәбиәт кәштәлә саңланып ятмай, һәр саҡ уҡыусылар ҡулында.

Ауылдың иң оло китап һөйөүселәре Әлимә Ҡәйепова, Зилә Иҙелбаева һәм Йәүҙәт Хәйбуллиндар – китапхананың көтөп алынған ҡунаҡтары. Кемдер бында ваҡытлы матбуғат менән танышыу маҡсатында килә, икенселәре, Әҡлимә Лунева әйтмешләй, яңы китап “тәмен” тәмләп ҡарай, китап “еҫен” еҫкәй. Ауылда төрлө милләт кешеләре йәшәгәнлектән, китапханала рус һәм башҡорт телдәрендә төрлө кисәләр, осрашыуҙар, презентациялар йыш үткәрелә. Бында шулай уҡ төрлө йүнәлештә стендтар эшләнгән, уларҙың барыһы ла уңайлы, ҡул етерлек һәм күрерлек итеп урынлаштырылған.

Батмустар һәм биҙрәләр донъяһында

Тормошта һәр кемдең үҙ ҡыҙыҡһыныуы бар: кемдер боронғо тәңкәләрҙе йыя, икенселәр картина йәки маркалар менән ҡыҙыҡһына, бәғзеләре төрлө илдән алып ҡайтҡан сувенирҙар туплай. Миңә лә Степной ауылында уникаль коллекция хужалары менән осрашырға насип итте.

Зөһрә Насибуллинаның аш бүлмәһе үҙе бер музейҙы хәтерләтә. Бында ниндәй генә төр батмус юҡ: төрлө үлсәмдәге сағыу әйберҙәр күҙҙең яуын ала. Уларҙы йыйыу теләге лә уйламағанда килеп сыға. 1979 йылда туй тантанаһына ике батмус бүләк итәләр. Тәүҙә ул бүләккә әллә ни иғтибар итмәй, аҙаҡ батмустарҙың матурлығы йәлеп итәме, әллә башҡа сәбәптәнме, үҙе лә аныҡ ҡына аңлата алмай, уларҙы йыя башлай. Тәүҙә берәүһен ала, аҙаҡ икенсеһен... Шулай итеп, ябай ҡыҙыҡһыныу уның яратҡан шөғөлөнә әйләнә, тора-бара дуҫтары һәм туғандары ла Зөһрә Абдулла ҡыҙына бүләккә батмус алып килә башлай. Бөгөн уның бөтәһе 60-ҡа яҡын төрлө батмусы бар.

Бер стенала элеп ҡуйылған әтәс һүрәте төшөрөлгән батмус иғтибарҙы нығыраҡ тартты, ул нисектер башҡаларҙан айырылып, төп урынды биҙәп торғандай кеүек тойолдо. Ҡыҙыҡһынып, хужабикәнән һорайым, ул йылмайып: “Мин үҙем Әтәс йылында тыуғанмын, шуға күрә ул түргә менеп ҡунған”, – тине. Әйткәндәй, һәр батмустың үҙ тарихы, кем, ҡасан бүләк иткән, ҡайҙан һатып алынған – барыһын да яҡшы хәтерләй. Был батмустар район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында коллекциялар күргәҙмәһендә ҡуйылғаны бар. Шулай уҡ төрлө күсмә күргәҙмәләргә һорап алып та китәләр.

– Батмустарым минең өсөн бик ҡәҙерле әйбергә әйләнде. Уларҙы көндәлек тормошта ҡулланыуы ла йәл, шуға барыһын да элеп бөттөм, – тип шаярта Зөһрә ханым. – Аш бүлмәһендә улар күңелемә матурлыҡ өҫтәй, килгән кешеләрҙең күңелен күтәрә. Хәҙер улдарым да күнегеп бөттө, һәр саҡ бүләккә батмус алып ҡайта. Шулай уҡ ҡул эштәре менән булышам, төрлө әйберҙәр бәйләйем.

Артабан төрлө пластик биҙрәләр йыйыу менән шөғөлләнгән Гөлшат Тажетдинованың өйөнә ҡарай юл алдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул апай яңыраҡ вафат булған, әммә ҡыҙы әсәһенең әйберҙәрен һаҡлай, тинеләр.

2005 йылдан алып төрлө үлсәмдәге һәм төҫтәге сағыу биҙрәләр үҙҙәре үк йортҡа үҙенсәлекле йәм биреп торғандай. Тәү ҡарашҡа беҙ уларға иғтибар ҙа итмәйбеҙ, ә балалар биҙрәләренән дә иҫ киткес коллекция йыйырға мөмкин икән дәбаһа! Аҡлы-күкле, һарылы-йәшелле, зәңгәр, ҡыҙыл – йәйғор төҫөн хәтерләткән был күнәктәр әле иҫтәлек булып ҡына ҡалған.

Ҡыҙы Лилиә әйтеүенсә, әсәһенең коллек­цияһын һаҡларға, уны артабан тулыланды­рырға уйлай. Бәләкәй балалар биҙрәләр менән уйнарға теләй, алып бирәм дә кире урынына ултыртып ҡуям, ти. Бына шулай ауыл ерендә үҙенсәлекле коллекция донъяһында булырға насип итте. Һәр кемдең ҡыҙыҡһыныуына, шөғөлөнә һис тә аптырарға түгел, һоҡланырға ғына ҡала.


Вернуться назад