Төҙөкләндереү көтөлә05.09.2018
Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов баш ҡаланың 115-се гимназияһында булып, Белем көнө айҡанлы үткәрелгән тантанала ҡатнашты.

Рөстәм Зәки улы ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлаған. Ул уҡытыусылар коллективын, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотланы, гимназияға ҡағылышлы яңылыҡтарҙы әйтеп үтте. Эш шунда: бынан бер нисә йыл элек үк учреждение бинаһына реконструкциялау планлаштырылһа ла, төрлө сәбәптәр арҡаһында был эш әлегә тормошҡа ашырылмаған.

– Киләһе йылда мәктәпте яңыртыуға тотонорға ниәтләйбеҙ. Был турала ҡарар ҡабул ителде. Яҡындағы ике-өс йылда эш тамамланыр тип өмөтләнәм, мәктәп бөтөнләй икенсе төҫ аласаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов сығышында.

Гимназия бинаһын төҙөкләндереүгә 500 миллион һум аҡса бүленәсәк, проект заман талаптарына һәм стандарттарына яраҡлаштырыласаҡ. Реконструкциялауҙан һуң яңы спорт һәм тантаналар залдары, өҫтәмә корпус барлыҡҡа киләсәк.

Гимназия директоры Надежда Зайченко әйтеүенсә, әлеге ваҡытта бында 1200 бала уҡый. Белем биреү учреждениеһының проект ҡеүәте иһә – 600 бала. Яңыртылғандан һуң гимназияла һәләтле балалар өсөн белем биреү үҙәге асыласаҡ, уның эшендә юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ла ҡатнашасаҡ.


Вернуться назад