Тәнгә лә, йәнгә лә дауа05.09.2018
– Хәҙер беҙгә дарыу эҙләп, табипҡа күренергә тип, район үҙәгенә йә булмаһа Өфөгә барырға кәрәкмәй. Шөкөр, ауылыбыҙҙа бына тигән өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, – тип ҡаршы алды беҙҙе оло йәштәге инәй-ағайҙар. – Элеккеһе бөтөнләй иҫкергәйне, ҡыш һыуыҡ булһа, йәй-көҙ ямғыр ваҡытында түбәнән һыу ағып ыҙалатты.

Оло Кәлтәй районда ҙур һәм төҙөк ауылдарҙан һанала, унда бөгөн бер меңгә яҡын кеше йәшәй, оло йәштәгеләр менән бер рәттән йәштәр ҙә бында матур донъя көтә, һәр береһе тырышып хеҙмәт итә. 134 урынлыҡ мәктәптә уҡыусылар тауышы һис тынмай, балалар баҡсаһында ла бөгөн 40-тан ашыу сабый тәр­биәләнә, бынан тыш мәҙәниәт йорто, китапхана эшләй. Ха­лыҡты аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм башҡа көндәлек кәрәкле әйберҙәр менән шәхси эшҡыуарҙар хеҙмәтләндерә, район ҡулланыусылар йәмғиәте магазиндарынан да кеше өҙөлмәй.

– Ауыл халҡы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуға ныҡ ҡыуанды, күптәре, сирләмәһә лә, килеп һаман булһа шатлыҡтары менән уртаҡлаша, – ти ФАП мөдире Елена Александровна Сайтаева. – Хәҙер ауырыуҙарҙы заманса йыһазландырылған медицина ҡорамалдары менән хеҙмәтләндерәбеҙ. Йәш балалы ата-әсәләргә лә күпкә еңел, бөтә уңайлы шарттар бар.

Ысынлап та, “Ауыл билә­мәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункты бар талап­тарға яуап бирә, ул заманса ҡорамалдар менән байытылған. 72 квадрат метр майҙанды биләгән бинала ауырыуҙарҙы ҡабул итеү өсөн табип бүлмәһе ҡаралған, бынан тыш процедура, ҡатын-ҡыҙҙар, хеҙмәткәрҙәр өсөн айырым бүлмәләр ҙә бар. Бина электр уты менән йылытыла, ҡеүәтле ҡаҙанлыҡ урын­лаш­тырылған. “Ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмай, йылы һәм һалҡын һыуы ағып тора, канализация үткәрелгән, санузел эшләй”, – ти шәфҡәт туташы Лида Сөйәр­баева, ҡыуанысын йәшермәй.

ФАП төҙөлөшөнә 3,2 миллион, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 1,6 миллион һум аҡса бүленгән. Ҡалтасы район үҙәк дауаханаһы уны яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыуға ҙур ярҙам күрһәткән, ауыл халҡы ла бинаның тирә-яғын төҙөклән­дереүҙә ихлас ҡатнашҡан. Әйткәндәй, бинаны “Экострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән. “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһы сиктәрендә төҙөлгән был ФАП районда икенсеһе, тағы ла икәүһе тиҙҙән сафҡа инәсәк.


Вернуться назад