Иғтибар! “Минең уңыш ” фотоконкурсы!04.09.2018
Көҙ килде, тимәк, баҡсаларҙа уңыш йыйыу мәле етте. Ошо уңайҙан төркөмдә фотоконкурс иғлан итәбеҙ. Бер ай эсендә беҙгә иң ҙур, иң эре картуф бүлбеһе фоторәсемен ебәрегеҙ. Кадрҙа үҙегеҙ һәм сағыштырыу өсөн картуф янында башҡа әйбер ҙә булһын. Уға уңышығыҙҙың үлсәмен, ауырлығын яҙған мәғлүмәт тә өҫтәгеҙ.

Фотоконкурсҡа октябрь башында йомғаҡ яһайбыҙ. Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә. Ярышта беҙҙең төркөмдә торған һәм ошо яҙманы үҙенең сәхифәһенә репост эшләгән кешеләр генә ҡатнаша ала.


Вернуться назад