“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы хәстәрлеге менән үткән белем биреү медиафорумының пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.
– Әле һеҙҙең менән осрашыуға килгәндә төрлөсә уйландым, шәхсән мин – гәзит уҡыусы, ә хәбәрселәр иһә мәғлүмәт туплаусылар-йыйыусылар, – тине Рөстәм Зәки улы. – Хәҙер бөтөнләй тормош бүтәнсә. Мәғлүмәт осоро килде: социаль селтәрҙәр, интернет һәм башҡалар. Донъя күҙ алдында үҙгәрә, шулай уҡ фекерҙәр ҙә. Он-лайн тәртибендә йәшәйбеҙ һәм ғәмәлдә шулай эшләйбеҙ.
Республика етәксеһенең журналистарҙы дүртенсе власть вәкилдәре менән сағыштырыуы тиккә түгел, сөнки журналист йәмәғәтселектә фекер тыуҙыра, дөрөҫ йүнәлеш бирә. “Яңылыҡ булһынмы, бүтән төрлө мәҡәлә тиһеңме, негативты күрһәтеү дөрөҫ түгел. Шул иғтибарға лайыҡ, халыҡ позитивҡа тартыла. Донъя тәжрибәһе шуны күрһәтә, бөгөн сит ил сайттары ысын мәғәнәһендә йәшәй. Беҙгә был тәңгәлдә эшләйһе лә эшләйһе әле”, – тине Рөстәм Хәмитов.