Ситтән тороп һөйөү04.09.2018
Нимә ул ғаилә? Ир менән ҡатын һәм балалар ғынамы? Улай ҙа уйларға була. Ғаилә – үҙенең закондары булған кескәй дәүләт тә ул. Социологтар бер ҡалала йәш кейәүҙәрҙең тормошон өйрәнгән. Уларҙың 90 проценты яратышып өйләнешеүҙәре тураһында белдергән, ләкин бөтә ғаиләләр ҙә бәхетле булып сыҡмаған. Ни өсөн шулай? Ваҡыт үтеү менән мөхәббәт һүнгәнме, әллә һөйөү хистәре ысын булманымы икән?

Айырылышҡан ғаиләләр һаны һуңғы йылдарҙа арта бара. Статистика мәғлүмәт­тәре күрһәтеүенсә, законлы никах нигеҙендә өйләнешеүселәрҙең өстән бере – тәүге йыл эсендә, йәнә биш йыл самаһы йәшәгәс айырыла икән. Тимәк, күберәк йәш ғаиләләр тарҡала. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа йәшләй өйләнешкән парҙар һаны арта. Ауылдарға ҡарағанда бындай осраҡ ҡалаларҙа йышыраҡ күҙәтелә.

Шундай статистиканан һуң борсолоулы уйҙар тыуа. Мул тормошта йәшәп тә, йәштәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, йәғни никахы тотороҡло түгел. Ә бит оло быуын кешеләре, ни тиклем ауыр осорҙа йәшәүенә ҡара­маҫтан, тигеҙ ғүмер иткән, оҙаҡ йылдар донъя көтөп, шатлыҡ-хәсрәтте бергә кисергән, балалар үҫтергән. Ниндәй сәбәптәр ғаиләне тарҡатмай ҡалдырған? Уларҙың сабыр, баҫалҡы булыуымы? Юҡҡа-барға донъя туҙҙырмай, ығы-зығыны ҙурға ебәрмәй үткәреп ебәрә белеүме? Йә иһә күрше-күләндән оялыумы? Элегерәк туйҙар ҙа бит өсәр-дүртәр, хатта урыны менән етешәр көн буйы бөтә ауыл халҡы ҡатнашлығында үткән. Буласаҡ килен-кейәү хаҡында ике яҡ та алдан белгән: ата-әсәһе, заты кем. Туй ваҡытында ҡоҙалар тағы ла яҡшыраҡ танышып, туғанлашҡан, артабан да ҡатнашып йәшәгән. Ә бөгөн күп йәштәр бер-береһен белеп тә бөтмәй, бер нисә ай күрешә лә өйләнешә. Туйҙар ҙа бер нисә сәғәт эсендә кафе йә ресторанда геүләп үтеп китә.

Әйткәндәй, Карл Маркстың өйләнеү тарихы күптәргә үрнәк булып тора. Карл менән Женниҙың әсәләре күрше һәм дуҫ булған. Ике йорттоң балалары бергә уйнап үҫкән. Шуға улар бер-береһен бик яҡшы белгән. Үҫеп еткәс, Женни менән Карл бер-береһенә ғашиҡ булған. Женни фон Вестфален – баронесса, Трир ҡалаһының беренсе гүзәле – Карлдан дүрт йәшкә өлкән була. Ә егет йәше буйынса һылыуҡайға тап килмәүенә борсола. Шулай ҙа дуҫлыҡ һәм мөхәббәт еңеп сыға. Тиҙҙән йәрәшеү кисәһе үткәрелә. Карлға ул саҡта 18 генә йәш була, шуға күрә никах Карл университетты бөтөргәнгә тиклем кисектерелә. Уға тиклем ҡыҙ менән егеткә хат яҙышырға ла рөхсәт ителмәй. Был Женниҙың атаһының талабы була. Әммә йәштәр хат яҙышыу юлын таба, уларға Карлдың атаһы ярҙамға килә.
Был ваҡытта Женниға бик күп тәҡдим яһайҙар. Ул ҡаты тора. Күҙ йәштәре түгеп, сабыр итергә тура килә ҡыҙға. Бер иптәш ҡыҙына ул: “Беҙҙең яҙмыш – көтөү, ышаныу, түҙеү, ғазапланыу”, – тип яҙа. Ә Карлға: “Мин әйтеп тә бөтмәҫлек сикһеҙ яратам”, – ти хатында. Карлдың да йөрәгендә шундай хистәр урғыла. Университет тамамлап, ныҡлап “аяҡҡа баҫҡас”, йәғни ете йыл үткәс, ҡауыша ике йәш йөрәк. Уларҙың сабыр­лығына, оло һынауҙар аша һөйөү хисен һаҡлап ҡала алыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Күп йылдар үткәс, Карлдың ҡыҙы Лаураға йәш егет ғашиҡ була. Карл Маркс уға ошондай хат яҙа: “Ысын һөйөү сабырлыҡта, тыйнаҡлыҡта, хатта һөйгән йәрең алдында оялсан булыуҙа күренә”.

Ғаилә психологтары билдәләүенсә, йәш ғаиләләрҙең тарҡалыуының тағы бер сәбәбе – кейәү һәм кәләштең тормош тәжрибәһе юҡлыҡта. Ғаилә ҡороу – үҙ өҫтөңә ҙур яуаплылыҡ алыу. Кемдер бергә тороуҙан байрам ғына көтә. Юҡ, ғаилә тормошо – бер-берең тураһында хәстәрлек күреү, кәрәк-яраҡты ҡайғыртыу, яҡын кешеңдең ғәҙәттәре менән иҫәпләшеү, бала тәрбиәләү һәм башҡалар. Ошо шарттарға әҙер булғандар ғына татыу ғаилә ҡора. Ә өҙлөкһөҙ уйын-көлкө, байрам ғына эҙләгән, тормошҡа еңел ҡараған йәштәр тәүге айҙа уҡ һүҙгә килә. Артабан бер-береңә ҡарата киреләнеү башлана, һәр кем һуңғы һүҙҙе әйтергә тырыша. Шунда икәүҙең береһе юл ҡуйырға тейеш; дәғүәләшеүҙе әрләшеүгә әүерел­дермәгеҙ, күберәк йылмайығыҙ, көлөгөҙ, тип кәңәш итә психологтар.

Һәр кеше, бигерәк тә ҡыҙҙар, күңел түрендә буласаҡ йәре, ҡорасаҡ ғаиләһе тураһында матур хыял йөрөтә. “Осрар ул миңә хыялымда йөрөткән идеалым, әлбиттә, осрар. Ул көслө, ҡыйыу, батыр...” Ләкин бармы икән бөтә яҡтан да камил ир-егеттәр? Бер социолог, һәйкәлдәр генә камил була, тигән. Шул уҡ ваҡытта һөйә белгән, хистәрен ғүмер буйы һаҡлай алған, бер-береһенә рәхмәтле булған һәм шиғыр юлдары менән:
Беҙ талдарҙан түгел оябыҙҙы,
Мөхәббәттән ҡорған өсөн,
Был шатлыҡтар килгән бөгөн беҙгә
Икәү күргән, икәү түҙгән өсөн... – тип әйтерлек бәхетле ғаиләләр аҙмы ни?

Яратҡан йәрегеҙҙе – һеҙгә генә насип парығыҙҙы табып, матур ғаилә ҡороп, һөйөп һәм һөйөлөп йәшәргә яҙһын барығыҙға ла!


Вернуться назад