Юл буйы билдәләре күпте һөйләй...04.09.2018
Яҡшы юлдаш юлды ҡыҫҡарта, тибеҙ. Бер ваҡыт юл сатында ултыртып алған апай бик телсәр булып сыҡты. Ихлас юлсыбыҙ ғүмер буйы мөғәллимә йөгөн артҡан. Һөйләй ҙә һөйләй, бер теманан икенсеһенә күсә, аҙаҡтан “шулай бит, эйеме” тип йөпләүемде үтенә. Машина менән идара итеү кеүек яуаплы вазифанан тайпылмайынса уның көйөн көйләгән булам үҙемсә. Юлда йыш йөрөүе, беҙҙеңсә әйткәндә, йышылыуы йөҙөнә сыҡҡан, бигерәк күпте белә. “Асфальткә тоҙ һипкәндәрме ни, мал-тыуар унда йыш йөрөй”, тип уларҙы ла әрләп маташа, хатта автомобилдән төшөп ҡыуыр хәлгә етә. Юл буйында осраған ҡайһы кафела нисек бешереүҙәренә хәтлем белә, улай ғына ла түгел, “бөгөн фәлән-фәләндең сменаһы шикелле, һәйбәт әҙерләйҙәр” тип фараз ҡыла. Һүҙ йомғағы юл буйына ҡуйылған сәскә, венок һәм бәләкәй һәйкәлдәргә барып еткәс, моңһоуланды һәм уйға ҡалды апайыбыҙ. Бер аҙ өндәшмәй килгәс, былай тине:

– Тормош иптәшемде юғалттым бер нисә йыл элек, үҙенең хәләл көсө менән һалған йортона ҡайтып етергә сама менән йөҙ саҡрым ҡалғайны. Нимә булғандыр, һаман белмәйбеҙ: таҡыр юлдан китеп барғанда түбәнгә ҡарай осҡан. Магнитогорскиҙан үҙе генә ҡайтып килгән. Ҡот осҡос хәбәрҙе ишетеп йөрәгем ярыла яҙҙы. Йоҡлап киткәнме, шәп килгәнме, һис кенә лә әйтә алмайым – йомғаҡ булып ҡалды. Шоссейка аҫтында йән биргән. Үҙе тәпәй баҫҡан тыуған ауылына алып ҡайтып ерләнек. Иллеһе саҡ тулғайны, йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит! Был тирәнән үткәндә генә түгел, махсус рәүештә фажиғә урынына барып киләм, символик һәйкәлде рәтләп китәм, буяйым, эргә-тирәһендәге сүп үләндәрен йолҡам, тере сәскәләр һалам. Бынан тыш ҡәберен дә тәрбиәләп торам.

Ғөмүмән, юл буйындағы бындай билдәләргә мең төрлө ҡараш йәшәп килә. Кемдәрҙер уны бөтөнләй ҡуйыу яғында түгел, күңелгә шом өҫтәй, хатта фағижә көҫәй, тиҙәр. Икенселәр иһә киреһенсә уны урынлаштырыу, яңыртыу яғында. “Яҡын кешемде юғалтҡан урынды нисек онотмаҡ кәрәк?!” тигән фекерҙе хуплаусылар ҙа бар.

Нисек кенә булмаһын, юлдарҙа имен йөрөйөк, йәмәғәт.


Вернуться назад