Һәйбәт дауалайҙар, тик шарттар хөрт10.05.2012
Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников Еңеү байрамы алдынан һуғыш ветерандарының Республика клиник госпиталендә булды. Ул ауырыуҙарҙы дауалау шарттары менән танышты. Госпиталгә барыуҙың сәбәбе — ололарҙан килгән ялыуҙар.
Мәҫәлән, Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бинаһында үткәрелгән сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, беренсе группа инвалиды Василий Кузьмич Днепровский ике ай буйы госпиталгә ята алмауына зарланды. Учреждениеның баш табибы Хәлил Мостафин әйтеүенсә, бындай осраҡтар һирәк булһа ла бар, ҡағиҙә булараҡ, уларҙың төп сәбәбе — документ тултырыуҙағы ҡыйынлыҡтар. Бер аяғы ҡырҡылған оло кеше өсөн кәрәкле ҡағыҙҙар йыйыу еңелдән түгел. Баш табип, инвалидты госпиталгә һалыу мәсьәләһе яҡын арала хәл ителәсәк, тип ышандырҙы.
Петр Капишников палаталарҙы ҡарап сыҡты, дауаланыу, туҡланыу сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Ветерандарҙан ыңғай яуап ишетте.
Йыл һайын Республика клиник госпиталендә 5 меңдән ашыу кеше дауалана. Нигеҙҙә улар — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яугир-интернационалистар, тыл эшсәндәре. Стационар 260 кешегә иҫәпләнгән. Ләкин, Хәлил Мостафин әйтеүенсә, 150 йыл элек төҙөлгән бина заман талаптарына яуап бирмәй. Палаталар етешмәй, һөҙөмтәлә бер бүлмәгә 5-6 кешене урынлаштырырға тура килә, ә медицина стандарттарына ярашлы, палаталағы сирлеләр өсәүҙән артмаҫҡа тейеш.
Петр Капишников, госпиталдең мәсьәләләре контролгә алынасаҡ, тип вәғәҙә итте.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад