24 кешегә — автомобиль03.12.2011
24 кешегә — автомобильПроизводствола бәхетһеҙ осраҡтан зыян күргән һәм һөнәри сирҙәр менән яфаланған кешеләр “ВАЗ-2107” автомобиле аласаҡ. Ошо көндәрҙә Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов уларға документтар пакеты тапшырҙы.
Махсус автомашиналарҙа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы булһын өсөн барыһы ла ҡаралған, тип хәбәр итәләр ведомствола. Ғәҙәттәге идара итеү рычагтарының булыуы, йәғни кәрәк булғанда инвалидты башҡа водитель алмаштыра алыуын күҙ уңында тотоу ҙа айырыуса мөһим.
Бөгөн республикала производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙан зыян күргән һәм һөнәри ауырыуҙар буйынса 10 меңдән ашыу кеше мотлаҡ социаль страховка аҡсаһы иҫәбенә страховка түләүҙәре ала. Йыл башынан төбәк бүлексәһе ай һайын һәм бер тапҡыр бирелә торған страховка түләүҙәре өсөн — 520 миллион һумдан ашыу, шул иҫәптән реабилитация буйынса сығымдарға 84 миллион һум, 2011 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем 784 автомобиль һатып алыу өсөн 98,9 миллион һум аҡса бүлде. Уларҙың барыһы ла зыян күреүселәрҙең милкенә тапшырылды. Транспортты алмаштырыу мөҙҙәте сығыуын иҫәпкә алып, ҡабаттан яңы автомобиль асҡысы алыусылар ҙа булды.
— Һеҙгә яңы машиналар тапшырыуыбыҙға шатбыҙ, — тине Марат Латипов. — Уларҙың еңелдән булмаған тормошоғоҙҙо еңеләйтеренә, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуығыҙға, һәр саҡ ваҡиғалар уртаһында ҡайнауығыҙға ышанабыҙ.
Ғәлиә НӘБИЕВА.


Вернуться назад