Ауырлыҡтар кисерҙек – бирешмәнек04.09.2018
Беҙ тормош һынауҙарын еңә белдек
Күптән түгел ғүмер буйы тәрбиәсе булып эшләгән Хөснийыһан Ғәтиәт ҡыҙы Янышева менән әңгәмәләшеп ултырҙым. Ул элекке Бәләбәй өйәҙе, хәҙерге Йәрмәкәй районы Сөйәрмәт ауылынан. Урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә 1923 йылда тыуған. Уҙған ғүмере тураһында әсенеп, ләкин күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй һөйләне Хөснийыһан апай:
– 1930 йыл ине, мин икенсе класта уҡып йөрөйөм. Ауылда, етеш йәшәгән ғаиләләрҙе ауылдан ҡыуалар икән, тигән хәбәр таралды. Әллә ниндәй маҡтанырлыҡ хәлдә булмағас, беҙҙе алып китеүҙәренә ышанманыҡ. Олатай-өләсәйҙәрҙең ун балаһы бар ине. Улар эшкә бик шәп, тырыш булды. Бөтә эштәрҙе лә еренә еткереп үтәй торғайнылар. Бына шулай яҡшы ғына донъя көткән ваҡытта, олатайҙың ике улын Бәләбәй төрмәһенә алып киттеләр. Ни өсөн? Белеүсе юҡ.
Күп тә үтмәй, ике туған ағайҙарҙы, 60 йәше уҙған бабай менән кесе улдарын да яптылар. Ошо бәләкәй генә Сөйәрмәт ауылынан дүрт ғаиләне ҡулға алдылар (дүртенсеһе беҙгә туған түгел ине). Төрмәлә тотҡандан һуң, 1931 йылдың 30 майында ошо ғаиләләрҙең балаларын, ҡатындарын һөргөнгә оҙаттылар.
Беҙ бөтәбеҙ ҙә Белорет районына эләктек. Ҡулдарыбыҙҙа бәләкәй генә төргәк. Күмәкләшеп, йәйәүләп киттек. Стәрлетамаҡ – Маҡар – Юғары Әүжән – Сермән һәм башҡа ауылдар аша барҙыҡ. Бик оҙаҡ юлда булғандан һуң, ҡара урманлы урын – Урта Телмәйгә килеп еттек. Был ауыл яңы төҙөлә башлағайны. Өс яҡтан һыу уратып алған. Ҡалҡыулыҡтағы ҡарағайҙарҙы йығып, барактар бурайҙар. Ашарға аҙыҡ, кейергә кейем юҡ. Тәүҙә яланда, тышта йәшәнек, ә һуңынан, баракты бергәләшеп эшләп бөтөргәс, унда күстек. Кеше күп. Барактың бер бүлмәһендә бер нисә ғаилә йәшәнек. Быға ла ризабыҙ, тик ашарға ғына етмәй. Үләндәр менән туҡланабыҙ.
Белорет районында бындай ҡасабалар байтаҡ ине: Үрге Телмәй, Көҙйылға, Ҡапҡалка, Нура, Ярматау. Ҡайҙа ғына барһаң да, коменданттан рөхсәт алырға кәрәк. Эшселәрҙе һорауһыҙ киткәндәре өсөн каталажкаға ябып ҡуялар. Йән башына 300 грамм арыш оно бирәләр. Яҡын-тирәлә ауылдар юҡ. Иң яҡындары – 30-40 километрҙа ятҡан Асы, Манышты, Бирҙеғол. Улар беҙгә хәлдәренән килгәнсә ярҙам итте. Яланғас ҡалһаҡ та, ризыҡ өсөн кейгән кейемдәребеҙҙе йәлләмәнек. Аслыҡ бик ныҡ булды. Хатта көн һайын барактан-баракка йөрөп, үлеүселәрҙе йыйҙылар. Мәрхүмдәрҙең бишәрләп-унарлабын бер соҡорға күмделәр. Аслыҡҡа сыҙай алмай, 1932 йылда Самодуровка яғына ҡастыҡ. Ауылға ҡайтып, бер кис ҡунғас, иртә менән атайымды алып та киттеләр.
Беҙ күрше апайҙа тороп ҡалдыҡ. Атайымды бер ай Бәләбәй төрмәһендә тотоп, тағы ла Урта Телмәйгә оҙаттылар. Тағы бер йыл тыуған ауылда йәшәгәндән һуң, әсәйем менән кесе ҡәрендәшем Үрге Телмәйгә атайым янына китте. Ауылда тамырыбыҙ бөтмәһен тип, мине ауылда ҡалдырҙылар. Бик ауыр булды. Минең ыҙалағанды күреп, яңғыҙ ғына йәшәгән апай үҙенә алды. Уның биш һәм ете йәшлек малайҙары бар ине. Шуларға күҙ-ҡолаҡ булдым.
Йәй көнө колхозда утауҙа булдым, бәрәңге сүпләнем. Ошолай тамаҡ туйҙырҙым. Ашарға етмәгәндә, яҡын ауылдарға йөрөп, хәйер һораштырҙым. Халыҡ үҙе ас. Иң тәүҙә “Кем балаһы?” тип һорайҙар. Атай-әсәйҙе белеүселәр, уларҙың таныш-белеше бәрәңге, он, ярма һәм башҡа ашамлыҡтар биреп ҡайтарып ебәрҙе. Оҙатып та ҡуйҙылар.
Нисек кенә ауыр булмаһын, өс-дүрт класты уҡып бөттөм. 1935 йылда атайым ҡайтып төштө. Өҫ-башы арыу ғына күренә ине. Атайым яҡшы эшләгән өсөн комендант, уны арыу ғына кейендереп, юлына ашарға биреп, мине алырға ебәргән. 1935 йылда яңынан Үрге Телмәйгә килдем. Йәшәүе еңел түгел, әммә уҡырға кәрәклеген аңлап, Үрге Телмәйҙән Белоретҡа йөрөп уҡыныҡ. Минең менән бергә Ғәлиә Ситдиҡова ла йөрөнө. Үрге Телмәйҙән Белоретҡа ҡәҙәр 45 километр. Ошо араны беҙ, аяҡтарға сабата кейгән, өҫ-баш яртылаш яланғас ике ҡыҙ – йәйәүләп, кәрәк әйберҙәребеҙҙе йөкмәп, уҡырға йөрөнөк. Йәй көнө атайым менән мал көттөк, сабата үрҙек. 1942 йылда Урта Телмәйҙә, үҙем кеүек ата-әсәләре менән һөрөлөп килгән егеткә тормошҡа сыҡтым. Тормош иптәшем Әсҡәт Даян улы Янышев ине. Шул уҡ йылда балалар уҡытырға индем, сөнки һуғышҡа киткән уҡытыусыларҙың урындары бушап ҡалғайны. Тейешле белем булмау сәбәпле, Белорет педагогия училищеһына ситтән тороп уҡырға индем. Уны 1944 йылда уңышлы тамамланым һәм ныҡлап уҡытыусы булып эшләй башланым. 1948 йыл Рәүәткә, 1949 йылда Инйәргә килдек. Уҫманғәлелә башланғыс класс балаларын уҡыттым. Шулар араһында Рафаил Ибраһим улы Байдәүләтов та бар ине. 1950 йылдан Инйәр урта мәктәбе интернатында тәрбиәсе булдым. Эшемде хаҡлы ялға киткәнсе, 1978 йылға ҡәҙәр дауам иттем.
Ятаҡта дүрт бүлмәлә 45-50 бала йәшәне. Ашханаға айырым бүлмә бирелде. Ашханала һауыт-һаба етешмәне. Ашамлыҡтарҙы өйҙән ташынылар. Унда Мулдаҡай, Ғәбдөк, Йөйәк, Береш, Берештамаҡ, Асы, Бирҙеғол, Ноҡат, Арышпар, Айыс, Егәҙе, хатта Ғафури районының Толпар ауылынан да уҡып яттылар. Манышты, Түбәнге Телмәй, Александровка, Кәрпесте ауылдарынан уҡыусыларға ла урын бирелде. Бер нисә йылдан һуң дауахана янындағы башланғыс мәктәпкә күстек, яңынан биш бүлмәле ятаҡ һалынды. Ятаҡ ҙурайҙы. Уҡыусылар һаны ла артты. Ун бер бүлмәлә 85-90 бала булды. Өс йылда бөтәһе 24 ауылдан йыйылған 135 бала йәшәне. Эшемде бик яратып башҡарҙым. Бер генә уҡыусым да: “Беҙ ятаҡта ас йөрөнөк”, – тип әйтә алмаҫ. Һыу булмаһа, күмәкләп һыуға, утын булмаһа, күмәкләп мәктәп утынлығына утын ташыныҡ. Егеттәр ауыр эштәрҙе эшләһәләр, ҡыҙҙар ҙа ҡалышманы, көстәренән килгәнсә егелде.
Сәскән емештәрем үҫте, хәҙер уларҙы күреп шатланам. Күп уҡыусыларыбыҙ ҙур кеше булып сыҡты. Улар араһында уҡытыусылар, табиптар, офицерҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре бар.
Уҡытыусыларыбыҙҙың күбеһе маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Орден-миҙалдар менән бүләкләнде. Хәҙер байтағы хаҡлы ялда. Һуңғы 23 йылда мәктәп директоры Михаил Васильевич Дунаев булды. Ул хәҙер был донъяла юҡ инде…
Хөснийыһан Ғәтиәт ҡыҙы Янышева 1978 йылдан бирле хаҡлы ялда. Эш осоронда күп тапҡыр Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ булды. Шулай ҙа иң ҙур бүләктәре – ятаҡта тәрбиәләнгән уҡыусыларҙың хаттары, фотолары. Күп кенә уҡыусылар Хөснийыһан Ғәтиәт ҡыҙының өйөнә килә, шатлыҡтары, ҡайғылары менән уртаҡлаша.
Тормош иптәше Әсҡәт Даян улы Янышев менән бәхетле тормош көттөләр. Йәмәғәте лә ғүмер буйы балалар тәрбиәләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер Хөснийыһан Ғәтиәт ҡыҙы яңғыҙы Инйәрҙә йәшәй. Әммә үткән ғүмере уның иҫтәлектәр, яҡшы кешеләр менән бәйләнгән. Үҙен бәхетле тоя, бөтәһенә лә рәхмәттәр әйтә.