Трактор урамы – Саҡмағошта тәүгеләрҙең береһе. Бында күберәк хеҙмәт ветерандары йәшәй. 55 йыл бергә ғүмер иткән Ғариповтар ғаиләһе ошонда ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.
Быйыл Хәкимә Сабир ҡыҙы менән Өлфәт Заһит улына, йәш саҡтарын иҫтәренә төшөрөп, йәнә ЗАГС-ҡа барып әйләнеү форсаты тейгән. Оҙаҡ йылдар татыулыҡта йәшәгән, ғаиләлә яҡшы мөнәсәбәт тыуҙырған, йәшлектәрендә ҡабынған мөхәббәт утын ярты быуаттан ашыу һаҡлай алған өлкәндәрҙең күңелен үҫтереп, уларға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы һәм грамота тапшырылған.
Был награданы алыуҙа кемдең өлөшө ҙурыраҡ булды икән? Ҡырҡ йылға яҡын мәктәптә балаларға белем биреүҙән тыш, береһенән-береһе бәләкәйерәк Азат, Альфред һәм Әлиәне тәрбиәләргә, мал-тыуарҙы ҡарарға өлгөргән Хәкимә Сабир ҡыҙыныңмы, әллә оҙаҡ йылдар Саҡмағош – Өфө юлын руль артында ултырып, көн дә ураған, хужалыҡ, ғаилә мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алған Өлфәт Заһит улыныңмы? Бизмән тигеҙ тарталыр. Хәкимә апай әйтеүенсә, берең ут булғанда, икенсеңә һыу булмай сара юҡ.
– Беҙ бер-беребеҙгә юл ҡуя белдек. Аңлашып йәшәү өсөн сабырлыҡ бик тә кәрәк. Ғүмер аҡҡан һыу кеүек һиҙҙермәй генә үтте лә китте. Бер-беребеҙгә тәрән ихтирам, оло хөрмәт, матур мөнәсәбәт кенә элеккесә ҡалды, – ти дүрт ейәнсәргә өләсәй Хәкимә Сабир ҡыҙы. – Ваҡыт бер ҡасан да етмәне. Төнө буйы уҡыу, дәфтәр тикшереү, план төҙөү эштәре йоҡо иҫәбенә башҡарылды. Күршеләр ҙә: “Һин ҡасан ял итәһең, Хәкимә? Тышҡа ҡасан сыҡһаң да тәҙрәңдә ут бар”, – тип аптырай торғайны.
Һүҙгә һараныраҡ булһа ла, 82 йәшен тултырған Өлфәт ағайҙың хәләл ефетенә йылы һүҙҙәре етерлек. “Ғаилә тотҡаһы Хәкимә апайығыҙ инде, унан арттырып булмаҫ. Ҡош-ҡорт, баҡса мәшәҡәттәре – барыһы ла уныҡы”, – тип йылмая йорт хужаһы.
Әйткәндәй, быйыл республикала үткәрелгән “Ғаилә йылы” конкурсында Ғариповтар, “Алтын ғаилә” дипломына лайыҡ булып, финалға сыҡты. Оло хеҙмәт юлын, тормош баҫҡыстарын ҡулға-ҡул тотоношоп, балаларына һәм ейәндәренә берҙәмлек, татыулыҡ, тоғролоҡ өлгөһө күрһәткән өлкәндәргә оҙон бәхетле ғүмер теләйек.