Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе бөгөн 108 мең Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын хеҙмәтләндерә. Шуларҙың 6,9 меңен инвалидтар һәм һуғышта ҡатнашыусылар тәшкил итһә, 100,6 меңе — тыл эшсәне, 212-һе — ҡамауҙа ҡалған Ленинградта йәшәгән кеше, ә 221-е — концлагерҙар тотҡоно.
“Ветерандарға иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеү, уларҙы сифатлы хеҙмәтләндереү — беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ”, — ти Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров.
Закондарға ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм инвалидлыҡ төркөмөнә эйә һуғышта ҡатнашыусылар, ҡамауҙа ҡалған Ленинград халҡы, фронтта һәләк булғандарҙың тол ҡатындары (яңы никахҡа инмәгән осраҡта) ике пенсия алыуға хоҡуҡлы (хеҙмәт һәм дәүләт пенсия тәьмин итеүе буйынса).
Быйыл үткәрелгән индексация һөҙөмтәһендә Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының уртаса пенсия күләме 24 мең һум тәшкил итте. Инвалидлыҡ төркөмөнә эйә һуғышта ҡатнашыусыларҙыҡы — 23,7 мең һум, ә яуҙа һәләк булғандарҙың тол ҡатындарына 17,2 мең һум күләмдә түләнә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға тәғәйенләнгән ике пенсияның юғары күләме 37 мең һумға етте, инвалидтарҙыҡы 15,3 меңдән — 36 мең һумға, тол ҡатындарҙыҡы 15,5 меңдән 23,3 мең һумға тиклем күтәрелде.
Федераль кимәлдәге льготаларға эйә ветерандар айлыҡ аҡсалата түләү алыуға хоҡуҡлы. 2012 йылдың 1 апреленән был түләүҙәрҙең күләме 6 процентҡа индексацияланды. Бынан тыш, инвалидтарға, һуғышта ҡатнашыусыларға һәм элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондарына 1 мең һум күләмендә өҫтәмә айлыҡ матди ярҙам түләнә. Яугирҙәрҙең тол ҡатындары, элекке тотҡондар, ҡамауҙа ҡалған Ленинградта йәшәгәндәр ай һайын 500 һум күләмендә түләү ала.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.