Стена күтәреп, ҡыйыҡ ябып ҡуйыу йорт әҙер тигәнде аңлатмай әле. Эстән дә, тыштан да мәшәҡәт етерлек. Шуларҙың береһе – стенаны штукатурлау. Был эштең һөҙөмтәһе шпаклевка аҫтында ҡалып күҙгә күренмәһә лә, төҙөлөштә өлөшө ҙур – кирбес стенаны тигеҙләргә, ут кабелдәрен ҡаплатырға кәрәк бит. Ошо хеҙмәттең нисек башҡарылғанын күреү ниәтенән Стәрлетамаҡта байтаҡ объект һалған “Строй-Лидер” компанияһына йүнәлдек.
– Ҙур төҙөлөш механизацияға ҡоролған: егеттәр махсус ҡорамал ярҙамында штукатурканы стенаға һиптереп (һылап) сыға, беҙ иһә шул материалды тейешенсә тигеҙләйбеҙ, – ти ошо эште ун биш йылдан ашыу башҡарған Рәмзиә Аҙнабаева.
Штукатурканың ҡалынлығы, ғәҙәттә, 1,5-2 сантиметр була. Стенаның, иҙәндең тигеҙ йәки ҡыйыш һалыныуына ҡарап, унан да артып китеүе бар. Иҙән тигәндән, штукатурҙар уның бетон плитәләр киҫешкән ситен дә матурлай, ишек-тәҙрә ҡырҙарын да һылай – ошолар хаҡында ла ентекләп һөйләй үҙ эшенең оҫтаһы.
Төҙөлөш – ауыр тармаҡ. Бында бигерәк тә гүзәл затҡа ҡыйынға тура килеүгә ҡарамаҫтан, әңгәмәләшкән ҡыҙҙар зарланмай.
– Коллектив татыу, хеҙмәтебеҙ яҡшы баһалана, эшебеҙҙе яратабыҙ, – тип ҡәнәғәтлек белдерә шулай уҡ 15 йыл штукатур бурысын атҡарған Зөлфиә Фәйзуллина. Әйткәндәй, гәзит битендә яҡтыртыу өсөн нәҡ әлеге компанияны һайлауыбыҙ осраҡлы түгел: улар ҡалала төҙөлөш буйынса алдынғылар рәтендә, республика кимәлендә төрлө конкурстарҙа еңеүсе. Мәҫәлән, күптән түгел Туймазы ҡалаһында төбәк кимәлендә үткән малярҙар конкурсында әлеге ҡыҙҙар икенсе урынға лайыҡ булған. Хәйер, быйылғы йомғаҡтар буйынса, Башҡортостандың иң яҡшы малярҙары ла, плитә йәбештереүселәре лә “Строй-Лидер”ҙа эшләй икән.
Төҙөлөштә коллективтың уңышы төҙөлгән мөнәсәбәттәрҙән дә тора шул. Мәҫәлән, 19 штукатурҙың бер ғаиләләй булыуы эште тиҙ генә башҡарып сығырға ярҙам итмәйме ни?! Көнөнә өс-дүрт машина материал килә, егеттәр һылай, ҡыҙҙар тигеҙләй бара. Шулай итеп, биш фатирҙы матурлап та ҡуялар. Ғөмүмән, тигеҙләүселәрҙең эштәре тигеҙ бара!