Енәйәтселәрҙән һаҡланығыҙ04.09.2018
2010 – 2018 йылдарҙа Рәсәй Финанс министрлығына дарыу һәм биологик өҫтәмәләр һатып алыуға, экстрасенстарҙа, парапсихологтарҙа дауаланыуға тотонолған аҡсаның бер өлөшөн, совет осорондағы банк вкладтары, башҡа банк продукттары буйынса аҡсаны ҡапларға вәғәҙә иткән алдаҡсыларға бәйле мөрәжәғәттәр артҡан. 2016 йылда – 48, былтыр – 58, быйыл иһә 36 ошондай мөрәжәғәт теркәлгән.

Алдаҡсылар халыҡҡа Финанс министрлығының ялған реквизиттары күрһәтелгән документтарҙың күсермәһен күрһәтә икән. Документтың бланкы ла, мисәте лә, ҡултамға ла ялған. Күпселек осраҡта документтарҙа аныҡ кешегә мөрәжәғәт, уның тураһындағы шәхси мәғлүмәттәр һәм компенсация күләме сағыла. Граждандарҙың кеҫә телефонына ла таныш түгел кеше шылтыратып, үҙен Рәсәй Федерацияһының Финанс министрлығы хеҙмәткәре итеп таныштыра, дәүләт пошлинаһы, страховка, һалым һ.б. түләү шарты менән компенсация алырға тәҡдим итә.

Енәйәтселәр үҙҙәре уйлап сығарған закон статьяларына, Финанс министрлығы ҡарарҙарына һылтана. Шикләнгән кешеләргә министрлыҡтың тейешле структур подразделениеһында өҫтәмә мәғлүмәт алырға тәҡдим итәләр. “Хеҙмәткәр” менән аралашыу өсөн үҙҙәре кеүек үк алдаҡсының телефонын хәбәр итәләр. Кисекмәҫтән дәүләт пошлинаһы йәки бүтән мотлаҡ түләү рәүешендә байтаҡ аҡса күсереү талабын да ҡуялар.
Рәсәйҙең Финанс министрлығына иһә граждандарға ниндәй ҙә булһа компенсация түләү вәкәләте бирелмәгән. Шулай уҡ енәйәтселәр һылтанған вазифалы кешеләр унда бер ҡасан да эшләмәгән, мөрәжәғәттәрҙә күрһәтелгән структур подразделениелар ҙа юҡ.

Әйткәндәй, бындай мөрәжәғәттәр сара күреү өсөн Эске эштәр министрлығына, күсермәләре Генераль прокуратураға ебәрелә. Ә Финанс министрлығының барлыҡ мәғлүмәттәре ведомствоның интернет селтәрендәге рәсми сайтында һәм киң мәғлүмәт сараларында донъя күрә.


Вернуться назад