“Ирәндек”тең 100 аҫылташына кемдәр дәғүә итә?04.09.2018
Ҡасандыр “Ирәндек” совхозына ингән Моҡас һәм Күсей ауыл биләмәләрендә тыуып үҫкән билдәле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү һәм “Ирәндек” совхозын төҙөүҙә фиҙакәр хеҙмәт күрһәтеүселәрҙе йәш быуынға еткереү маҡсатында “Ирәндек”тең 100 аҫылташы” исемле китап сығарыу планлаштырыла.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә донъя күрәсәк йыйынтыҡта ошо шәхестәр тураһында мәҡәләләр, фотолар урын аласаҡ. Исемлекте төҙөгәндә физик һәм юридик берәмектәр ҡатнаша ала. Китаптың бағыусылары булып ошо йыйынтыҡта урын аласаҡ геройҙар үҙҙәре иҫәпләнә.


Вернуться назад