Республикала төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан 154 кеше көтөп алған фатир асҡыстарын алды. “Миловка паркы” торлаҡ комплексындағы тағы ла ике күп фатирлы йорт проблемалылар исемлегенән сығарылды. Был турала Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.
“Миловка паркы” торлаҡ комплексы – республикалағы иң ҙур проблемалы объекттарҙың береһе. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән яраштырылған “юл картаһы” буйынса, 2018 йылда бында тағы ла дүрт йортто сафҡа индереү күҙаллана. Йыл аҙағына тиклем иһә Башҡортостанда 25 йорт файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. 2019 йылда проблемалы 54 йорт, 2020 йылда – 12, 2021 йылда йәнә ике йорт төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла.
Төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү талабын ҡуйғайны.
– Эште әүҙемләштереүҙе талап итәм. Көн һайын кәмендә бер объектҡа ҡағылышлы ҡарар ҡабул итеү зарур. Төп проблеманы 2019 йылда хәл итергә тейешбеҙ, бының өсөн мөмкинлек бар, – тигәйне ул.