Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың указдары менән ғәҙәттән тыш шарттарҙа кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыуҙа күрһәткән юғары профессионализм һәм ҡаһарманлыҡ өсөн “Ред Вингс” авиакомпанияһының Ту-204 һауа судноһы экипажына дәүләт наградалары тапшырылды.
Атап әйткәндә, һауа судноһы командиры Юрий Хорьговский, икенсе пилот Владимир Павленко һәм борт инженеры Сергей Лакида Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Өлкән бортпроводник Ларита Мурадова, бортпроводниктар Евгения Егошина, Петр Михайлов һәм Руслан Тимербаев Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Билдәле булыуынса, 22 августа Өфөнән Сочиға осҡан Ту-204 самолеты, һул двигателендә янғын сығыу сәбәпле, “Өфө” аэропортына әйләнеп ҡайтҡайны. Һауа судноһы экипажының профессиональ һәм аныҡ эше һөҙөмтәһендә 200-ҙән ашыу пассажир иҫән-имен ҡалды. Ғәҙәттән тыш хәлдә зыян күргәндәр һәм ҡорбандар булманы.