Яңы мәғариф усаҡтары асыла03.09.2018
Яңы уҡыу йылында Башҡортостанда яңы мәктәптәр төҙөү иҫәбенә 3650-нән ашыу урын барлыҡҡа киләсәк.

Атап әйткәндә, йыл аҙағына тиклем республикала Өфөнөң Ленин районында 225 урынлыҡ 1-се урта мәктәп, Нуғай ауылындағы мәктәптең 950 урынлыҡ икенсе сираты, Ҡариҙел районының Абыҙ ауылында 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 108 урынлыҡ мәктәп, Баҡалыла – 825, Благовещендә – 320, Стәрлетамаҡта иһә 1225 урынлыҡ яңы белем усаҡтары файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Бынан тыш, быйыл республика ҡаҙнаһынан 39 дөйөм белем биреү ойошмаһына капиталь ремонт иҫәбенә 2667 урын булдырыуға 200 миллион һум аҡса бүленде. Киләһе йыл Өфөлә 44-се мәктәп төҙөлөшөн тамамлау күҙаллана, Дим һәм Инорс биҫтәләрендә лә яңы объекттар барлыҡҡа киләсәк.
Әле Башҡортостанда 2,7 меңдән ашыу мәғариф ойошмаһы, шул иҫәптән 1311 мәктәп һәм 643 филиал бар.


Вернуться назад