Йылы һүҙ йәнгә лә, тәнгә лә дауа10.05.2012
Йылы һүҙ йәнгә лә, тәнгә лә дауаХалыҡ араһында Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты тураһында маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә тура килә. Коллективтың эшмәкәрлеге хаҡындағы фекеремде гәзит аша еткерергә булдым, сөнки бында ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле күренешкә юлыҡтым.
Ғилми-тикшеренеү институтының ишеген асып ингән һәр кемде Миңленур Усманова яҡты йөҙ менән ҡаршылай. “Рәхим итегеҙ, балаҫҡа аяҡ кейемегеҙҙе һөртөп үтегеҙ, бинаны таҙа тотайыҡ. Рәхмәт һеҙгә”, — тип таҙалыҡҡа, матурлыҡҡа әйҙәй. Барыһы ла уның теләген үтәргә тырыша, сөнки талабы урынлы.
Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр. Ысынлап та, дауалау бинаһы бөхтәлеге менән килеүселәрҙең иғтибарын шунда уҡ йәлеп итә. Бында, әлбиттә, хужалыҡ эштәре етәксеһе Баязит Саҙиҡовтың да тырышлыҡ һалыуын күрмәү мөмкин түгел. Ул Ейәнсура районында тыуып үҫкән. Баязит Вәли улының маҡсаты — дауаланыусылар, медицина тикшеренеүе үтергә килеүселәр өсөн уңайлы шарттар менән бер рәттән йылы мөхит булдырыу.
Ғилми-тикшеренеү институты Рәсәй кимәлендәге иң ҙур һәм абруйлы медицина үҙәктәренең береһе булып һанала. Унда 300-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Араларында тиҫтәгә яҡын медицина фәндәре докторы, 30-ҙан ашыу фән кандидаты һәм юғары категориялы табиптар теге йәки был ауырыу һөҙөмтәһендә һаулығы ҡаҡшағандарға ярҙам күрһәтә. Институттың 160 урынлыҡ дауалау клиникаһы ла сәләмәтлекте нығытыу буйынса ҙур эш атҡара.
Фән серҙәрен төшөнөү һәм дауалау менән шөғөлләнгән учреждениеға 15 йыл инде медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы Әхәт Бакиров етәкселек итә. Бик күп фән докторы һәм кандидаты әҙерләүгә тос өлөш индергән ғалим булараҡ та абруй яулаған ул. Ғилми хеҙмәттәре республикала ғына түгел, тотош Рәсәй күләмендә лә киң билдәле һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уңышлы файҙаланыла.
Хеҙмәттәштәре Әхәт Барый улы менән хаҡлы ғорурлана. Мәҫәлән, табиптар Зилә Шәйнурова менән Светлана Сурмантова етәксенең ғәҙел, талапсан, ярҙамсыл, төплө кәңәшсе кеүек күркәм сифаттарға эйә булыуын еткерҙе. Шәфҡәт туташы Светлана Килдейәрова: “Ошонда эшләүем менән үҙемде бәхетле һанайым. Коллектив татыу һәм үҙ һөнәренең оҫталарынан тора”, — ти. Һылаусы Илфир Мусин да үҙенсәлекле һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында эшләүенән бик ҡәнәғәт. Шуға ла дауаланыусыларға күңел йылыһын биреп хеҙмәт итә.
Ғәҙәттә, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге дауаланыусыларҙың фекеренә таянып баһалана. Ә улар һәр ваҡыт оло рәхмәтле. Мәҫәлән, Әхтәм Ғабдрахманов табиптарға йылы һүҙҙәр генә юллай. Ул заводта 40 йыл эшләгән, һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан, урындағы советҡа депутат итеп тә һайланған, әле 70-кә етеп барған ир-уҙаман. “Донъя менән бәхилләшә лә башлағайным инде. Бәхетемә ошо институтҡа юлыҡтым. Табиптар, шәфҡәт туташтары йәшәүгә көс-ҡеүәт өҫтәй, сәләмәтлекте нығыта. Үҙҙәренә лә ныҡлы һаулыҡ һәм артабанғы үҫештәрендә уңыш теләйем” , — ти ул.
Хеҙмәт ветеранының һүҙҙәре хаҡ. Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһынан Александр Багурин менән Рәхимйән Зарипов, Тәтешленән Эльмира Ниғмәтйәнова, Дәүләкәндән Римма Хисмәтуллина, Стәрлетамаҡ районынан Мөнирә Насирова, Надежда Горшина, Әбйәлил һәм Баймаҡ яҡтарынан, башҡа өлкәләрҙән килеүселәр ҙә йылы фекерҙә.
Ғөмүмән, Өфө ғилми-тикшеренеү институтының дауаланыусылар һәм тикшеренеү үтергә килеүселәр араһында оло абруй менән телгә алыныуы һөйөнөслө.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, журналист.


Вернуться назад