Форум йәштәрҙе тупланы02.09.2018
“Йәш гвардия”ның төбәк бүлексәһе ойошторған “Мин – гражданин” республика белем биреү форумы адына ҡуйған маҡсатҡа иреште, тип әйһәк тә хата булмаҫ. Дүрт кѳнгә һуҙылған сара меңәрләгән йәштәрҙе туплап, уларҙың тормошона күп яңылыҡтар индерҙе, дуҫтар, теләктәштәрен табыуға булышлыҡ итте.

“Өфө-Арена” һарайы майҙанында уҙған сарала республикабыҙҙың тѳрлѳ район-ҡалаларынан килгән “Йәш гвардия”ның ағзалары, ирекмәндәр, йәштәр ҡатнашты. Әйткәндәй, форумда уларҙың иң әүҙемдәренә бүләктәр тапшырылды. Боҙ һарайының эсендә йәш дизайнерҙар конкурсы үтте, һүрәт күргәҙмәһе ойошторолдо.



Форумдың тѳп темаларының береһе ирекмәнлек булһа ла, унда нисек уңышҡа ѳлгәшеү буйынса сығыштар ҙа булды. Бестселлерҙар авторы Лариса Парфентьева үҙенең һәм кешеләр яҙмышы аша нисек билдәле булып китеү серҙәре менән уртаҡлашты. “Перспектива24” күсемһеҙ милек агентылығы етәксеһе Рим Хәсәнов та ошо йүнәлештә файҙалы кәңәштәр бирҙе.



- Ауырлыҡтар беҙҙе һәр саҡ кѳслѳрәк итә. Был тормошта туҡтауһыҙ эҙләнергә һәм үҙеңде табырға кәрәк, - ти Рим Наил улы.

Эшҡыуар Антон Бритва “Мотивация һәм лидерлыҡ“ темаһына сығыш яһап, спорт ѳлкәһендә уңышҡа ѳлгәшкәндәр миҫалында йәштәрҙе камиллыҡҡа саҡырҙы. Артем Шаронов та үҙенең ҡасандыр ошолай ябай студент булыуын билдәләп, эшҡыуарлыҡҡа тотоноп киткән юлы хаҡында һѳйләне, кәңәштәр бирҙе. Ул хәҙер “ГенОм” молекуляр медицина үҙәге хужаһы.



Вернуться назад