Студенттарҙы асыҡ һауалағы «Сәләм, студент!» байрамына саҡыралар01.09.2018
8 сентябрҙә Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында ҡаланың уҡыусы йәштәре өсөн «Сәләм, студент!» байрамы ойошторола.

Быйылғы сараның хедлайнеры — Ленар Белый, тип хәбәр итте радиожурналист Гүзәл Ситдиҡова. Байрамда Минзәлә Яхина, Айгиз Ишмурзин, «Бәхетле» төркөмө, Наил Башстайл һәм башҡа йырсылар сығыш яһай. Шоу-программаны популяр алып барыусылар Филүс Ҡасимов, Йәмил Ишмөхәмәтов һәм Ғәзиз Әбделмәнов алып бара.

Программала — уйындар һәм конкурстар, байрам ҡунаҡтарының сығышы, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары концерты, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырған саралар.

Тамашасылар араһында айфон һәм гироскутер уйнатыла. Беренсе курс студенттарын да бүләктәр көтә.

Яңы уҡыу йылы башланыуға арналған күңелле сараны «Юлдаш» радиоһы һәм Өфөнөң Киров районы уҙғара. Шоу 15-се тапҡыр ойошторола. Баш ҡалабыҙҙағы күркәм байрамдарҙың береһендә йыл һайын Өфөнөң һәм республиканың төрлө уҡыу йорттарынан 10 меңдән ашыу студент ҡатнаша. Бер йылы хатта 17 мең кеше булып киткәйне.

Байрамдың идеяһы — республика халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йәмәғәтселектең иғтибарын арттырыу, йәштәр араһында толерантлыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу.


Вернуться назад