“Өфө-Арена” һарайы майҙанында “Йәш гвардия”ның төбәк бүлексәһе ойошторған “Мин – гражданин” республика белем биреү форумы башланды. Ул дүрт кѳн барған сараның йомғаҡ сараһы.
Сәғәт 12-лә башланған форумдың тәүге ѳлѳшѳндә йәштәр стритбол, танц-баттлах һәм рэп-баттлах, һүрәт төшөрөү, ГТО нормаларын тапшырыу кеүек сараларҙа ҡатнаша. Ә йәш дизайнерҙар конкурсы үтәсәк, төрлө күргәҙмәләр “Ѳфѳ-Арена” һарайының эсендә һуңғараҡ эшләй башлаясаҡ.
Әйтеп үтеүебеҙсә, форумдың белем биреү өлөшөндә яҙыусы Лариса Парфентьева, эшҡыуар Антон Бритва, “ГенОм” молекуляр медицина үҙәгенә нигеҙ һалған Артем Шаронов кеүек билдәле кешеләрҙең ҡатнашыуы көтөлә. Сара “Марсель” төркөмө сығышы менән тамамланасаҡ.
Сара йәштәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, әле “Ѳфѳ-Арена” һарайы алдына байтаҡ халыҡ йыйылды.