“Мин – гражданин”31.08.2018
“Йәш гвардия”ның төбәк бүлексәһе ойошторған “Мин – гражданин” республика белем биреү форумы “Һинең мөмкинлектәр республикаһы” саҡырыуына ярашлы Ишембай ҡалаһында старт алды. Ул бер майҙанда 300-ҙән ашыу иң әүҙем йәштәрҙе берләштәрҙе. Сараның төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәтенә ҡарата фекерҙәр буйынса тәҡдимдәр әҙерләү.

– “Мин – гражданин” форумы Башҡортостанда алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Тәүгеһе “Башҡорт Селигеры” тип аталды. Был юлы республиканың иң дәртле һәм асыҡ йәштәре дүрт көн дауамында “Эшҡыуарлыҡ һәм IT”, “Сәйәсәт”, “Медиа”, “Ирекмәнлек” майҙандарында эшләне. Шулай уҡ Мәскәү ҡалаһынан һәм башҡа төбәктәрҙән спикерҙар белем һәм тәжрибәләре менән уртаҡлашты, – ти “Йәш гвардия”ның Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Люциә Юлыева.

Дүрт көнгә һуҙылған форумдың йомғаҡлау сараһы 1 сентябрҙә “Өфө-Арена” һарайы майҙанында тамамланасаҡ. Унда балалар стритбол, танц-баттлах һәм рэп-баттлах, һүрәт төшөрөү, ГТО нормаларын тапшырыу кеүек сараларҙа ҡатнаша ала. Бина эсендә йәш дизайнерҙар конкурсы үтәсәк, төрлө күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.

Форумдың белем биреү өлөшөндә яҙыусы Лариса Парфентьева, эшҡыуар Антон Бритва, “ГенОм” молекуляр медицина үҙәгенә нигеҙ һалған Артем Шаронов кеүек билдәле кешеләрҙең ҡатнашыуы көтөлә. Сара “Марсель” төркөмө сығышы менән тамамланасаҡ.


Вернуться назад